Йәмғиәт
12 Август 2023, 11:50

Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк

Баймаҡ районы буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мерәҫ ауылында туҡталды. Ул унда яугирҙәр араһында оло хөрмәт яулаған Хәмзә хәҙрәт менән дә осрашты. Асыҡланыуынса...

Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәкЯңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк

Бөгөн, 12 августа Баймаҡ районы буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мерәҫ ауылында туҡталды.

Төбәк етәксеһе төҙөлөп ятҡан мәсеттә булды. Ул 2013 йылда ауыл халҡы һәм унда тыуып үҫкәндәрҙең аҡсаһына төҙөлә башлаған.

Ойоштороусыларҙың береһе – республиканың ирекле батальондарының рухи остазы, имам Хәмзә хәҙрәт. Ул объектта эске биҙәкләү эштәре һәм биләмәне төҙөкләндереү алып барылыуы хаҡында һөйләне. Мәсет әлеге ваҡытта эшләй, йома намаҙҙары уҡыла, дини байрамдар үтә.

- Яҡшы мәсет, яҡшы башланғыс. Беҙ Хәмзә хәҙрәткә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ул беҙҙең егеттәр өсөн күп нәмә эшләй. Виктор атаҡай  менән берлектәге эшмәкәрлеге лә - уникаль күренеш: мосолман һәм православие дин әһелдәре алдынғы һыҙыҡта тора, яугирҙәрҙең хәрби рухын күтәрә. Уларҙы барыһы ла белә һәм бик хөрмәт итә, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе урындағы халыҡ менән дә аралашты. Улар республика Башлығына Баймаҡ районына иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы һәм башҡа тораҡ пункттарҙың ыңғй яҡҡа үҙгәргәнен билдәләне.

- Беҙҙең ауылға газ үткәреүҙең өҫтәмә программаһы буйынса бөтә йорттарға ла зәңгәр яғыулыҡ инде. Үҙәк һыу тәьминәтенең эсәр һыу колонкаларын ремонтлауҙа булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ, улар яраҡһыҙ хәлгә килгән, - тип, ауыл халҡы үтенесен белдерҙе.

Республика башлығы һыу менән тәьмин итеү системаһын тиҙ арала ремонтлау буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ, киләһе йылда ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк, тип билдәләне.

Фото: glavarb.ru

 

 

Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Яңы ФАП төҙөләсәк, ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас