

“Гисметео” мәғлүмәттәр системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 20 августан һауа температураһы ҡапыл түбәнәйә. Был көндө +22 градус була. Яуым-төшөм көтөлмәй. 21 – 23 августа һауа температураһы 20 – 26 градус булыр тип күҙаллана. 23 августа ямғырҙарҙың йышайыуы көтөлә.
Әммә 20 авгусҡа тиклем көндәр эҫе була: + 29 – 31 градус. Ел тиҙлеге секундына бер - өс метр. Яуым-төшөм көтөлмәй, әммә 19 августа бер аҙ һибәләүе ихтимал.
Бөгөн, 14 августа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Көндөҙ һауа температураһы: + 24, +29°.
Фото: “Башинформ”.