+21 °С
Болотло


6 августан алып, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан 17 йәшлек Руслан Хәсәновты таба алмайҙар. “БаРС” ирекмәндәр эҙләү-ҡотҡарыу отрядынан хәбәр итеүҙәренсә, Руслан капюшоны булған ҡара толстовка, аҡһыл-һоро футболка, ҡуйы ҡыҙыл салбар һәм ҡара кроссовкий кейгән булған. Ул ҡаҡса буйлы, ҡыҫҡа һарғылт сәсәле һәм һоро күҙле.
Кем Руслан Хәсәновтың ҡайҙалығы тураһында хәбәрҙар, 8-937-3-102-112 йәки 112 берҙәм телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: “БаРС” ирекмәндәр эҙләү-ҡотҡарыу отряды.