

Бөгөн билдәле яҡташыбыҙ, спортсы, комментатор һәм алып барыусы Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙә күңелһеҙ яҙма ҡалдырған.
“Был көндә, 1964 йылдың 14 авгусында, минең әсәйем тыуған. Бөгөн уға 59 йәш тулған булыр ине. Ваҡыт дауаламай. Әсәй, мин ныҡ һағынам... Хәтерләйем һәм яратам”, – тип яҙған ул.
Ысынлап та, Ләйсәндең әсәһе Зөлфиә ханым был донъяларҙан бик иртә китә. 2012 йылдың 12 мартында, 45 йәшендә генә үлә ул. Рәсми мәғлүмәт буйынса – инфаркттан. Яҡташыбыҙ был юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Тик ғаиләһе – ире Павел Воля һәм балалары ғына уға артабан йәшәргә көс бирә.
Ләйсән әсәһе тураһында: “Ул минең иң яҡын дуҫым ине. Үҙемдең балаларыма уның кеүек әсәй булғым килә”, – тип әйткән. Һәм, күреүебеҙсә, ул ысынлап та балалары өсөн бик һәйбәт әсәй.
Фото: Ләйсән Үтәшеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.