+21 °С
Болотло


Быйыл Салауат ҡалаһы һәм «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 75 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләй. Байрам августа була һәм өс көн дауам итә.
Юбилейға әҙерлек ҡыҙыу бара. 24, 25 һәм 26 авгусҡа бик күп саралар үткәреү планлаштырыла, улар оло йәштәгеләргә лә, кесе быуынға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Байрамды әҙерләгәндә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелә. Юбилей тантаналары үтәсәк төп майҙансыҡтар - Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы һәм Ағиҙел буйы.
Фото: Cалауат ҡалаһы хакимиәте.