+21 °С
Болотло


15 августа Өфөгә эш сәфәре менән килгән Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында булды. Бында улар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Скульптура композицияһын Республика көнөндә 2022 йылдың 11 октябрендә астылар. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм Ватанды һаҡлаусыларға арналған. Авторы - скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.