

Өфөлә 39 йәшлек Александра Ғөбәйҙуллина (Панькова) һәм өс йәшлек Марк Ғөбәйҙуллинды эҙләйҙәр. Улар 2 августа юғалған, бөгөнгә тиклем ҡайҙа булыуҙары тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙың билдәләре: буйы - 163 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре аҡһыл һары, күҙҙәре зәңгәр. Малайҙың билдәләре: буйы - 110 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре асыҡ һары, күҙҙәре зәңгәр.
Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белеүселәр йәиһә уларҙы күреүселәр булһа, 8-800-700-54-52 йәки 112 берҙәм телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "Башинформ".