

Башҡортостанда йәнә ғаилә драмаһы башлана. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәгән Айһылыу исемле ҡатын элекке ире алты һәм һигеҙ йәшлек ике бәләкәй балаһын алып киткән ти. Хәл август башында була, ҡатын шул көндән алып балаларының ҡайҙа икәнлеген белмәй.
“Улым менән ҡыҙым атаһы янына тәмлекәстәр артынан сыҡҡайны, ул уларҙы машинаһына ултыртты һәм миңә бер нимә лә әйтмәйенсә билдәһеҙ йүнәлештә алып китте. Өс минуттан сыҡҡанда, ул юҡ ине", – тип яҙған ҡатын “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.
Хоҡуҡ органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ҙур малайҙары суд ҡарары буйынса атаһы менән йәшәй, ә ҡарар булмаған ике бәләкәй бала Бөрөлә ҡатындың элекке ирендә.
Айһылыу төндә социаль селтәрҙәрҙә балаларға ҡарата уның хоҡуҡтары боҙолған тип яҙған.
“14 августа Өфөнән балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил, Бөрө ҡалаһы хакимиәте һәм прокуратураһы, ПДН, полиция килде. Улар балаларҙы күрер өсөн прописка урыны буйынса өйгә инделәр, ләкин элекке иремдең шарттары арҡаһында мине индермәҫкә тырыштылар. Бөтә нәмә артта ҡалғандыр, һәм, ниһайәт, балаларымды ҡосаҡлап алырмын тип уйлағайным. Тик юҡ... Миңә балалар менән осрашыуҙар булмай тинеләр... Ни өсөн? Мин ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән! Әсәһенең һәм балаларҙың хоҡуҡтары ҡайҙа һуң? Улар миңә, видеоға һәм фотоға төшөрмәй, балаларҙы күрәһең дә уларһыҙ сығаһың, тигән шарт менән индерҙеләр. Ни өсөн шулай? Уларҙың яуабы ябай: ике балала йәшәү урыны буйынса суд ҡарары юҡ, һәм элекке иребеҙ менән бер үк хоҡуҡтарыбыҙ бар. Бер иш хоҡуҡтармы? Минеңсә, минең хоҡуҡтар сикләнә. Мин уларҙың шартына ризалаштым, ниһайәт, үҙ балаларымды күрҙем. Балаларымды ҡосаҡланым, иламаҫ өсөн үҙемде саҡ тыйып торҙом”, - тип яҙҙы ҡатын.
Мәғлүмәттәр буйынса, өс бала атаһы судта кесе балаларҙың да уның менән бергә йәшәүен хәл итергә йыйына.
Фото: "Моя Уфа" порталы.