

Баймаҡ районы ауылдары халҡының ватсаптағы чаттарында ошо райондың Ишбирҙе ауылынан Луиза Борис ҡыҙы Дәүләтбирҙинаны эҙләүҙәре тураһында мәғлүмәт таралды. Ул 1974 йылғы.
"Беҙҙең ауылдан ошо ҡатын юғалды. Әле беҙ ирекмәндәр штабы булдырып, урманды һөҙөп сыҡтыҡ, әлегә һөҙөмтә юҡ. Зинһар өсөн ауыл чаттарына таратығыҙ. Бәлки, күреүселәр барҙыр", тип мөрәжәғәт итә ауылдаштары.
Луиза Дәүләтбирҙина тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусылар 89033547043 телефонына шылтырата ала.
Ҡатындың имен-һау табылыуын, уның менән барыһы ла яҡшы булыуын теләйбеҙ!
Фото: ватсаптағы чаттан.