Йәмғиәт
16 Август 2023, 10:15

Һәр проект кешеләр мәнфәғәтен күҙ уңында тота

Бөгөн БР Башлығы гранттары фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам сараларына, социаль йүнәлешле проекттар әҙерләү һәм гранттар алыуға ҡағылышлы матбуғат конференцияһы үткәрҙе. 

Һәр проект кешеләр мәнфәғәтен күҙ уңында тотаҺәр проект кешеләр мәнфәғәтен күҙ уңында тота
Һәр проект кешеләр мәнфәғәтен күҙ уңында тота

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында БР Башлығы гранттары фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам сараларына, социаль йүнәлешле проекттар әҙерләү һәм гранттар алыуға ҡағылышлы матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Сара барышында фонд тарафынан башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар, яңы конкурстар тураһында һөйләнеләр.

- Һәр проект артында изге күңелле кешеләр тора: берәүҙәре яҡшы башланғыстары өсөн аҡса ала, икенселәре шул яҡшы эштең мәнфәғәтен татый. Был - бик мөһим эш, - тип билдәләне БР Башлығы гранттары фондының генераль директоры Роман Низаметдинов. - Хеҙмәттәштәребеҙ һәр социаль өлкәлә - спортта, мәғарифта, фәндә, инвалидтарға ярҙам итеү йүнәлешендә эшләй. Беҙ иң яҡшы, социаль әһәмиәтле, төбәк халҡы өсөн кәрәкле проекттарҙы һайлап алабыҙ – фонд шуның өсөн булдырылды. Бөгөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар лидерҙары һәм улар етәкселегендәге командалар төбәктә социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ысын ярҙамсылар булып тора. Тап шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров грант конкурстарын финанслау күләмен йыл һайын арттыра бара.

Һуңғы дүрт йыл дауамында Фонд төрлө йүнәлештәге социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бер миллиард һумға яҡын аҡса бүлгән. Был - бик ҙур ярҙам. Ошо ваҡыт арауығында төрлө ойошмаларҙан 3060 ғариза ҡабул ителгән. 2017 йылдан алып 600-ҙән ашыу проект хупланған.

Фонд шулай уҡ башҡа төбәктәр менән дә эшмәкәрлек итә, уларҙан 65 ғариза ҡабул ителеп, 20 проект еңеү яулаған, йәмғеһе 23,8 миллион һумлыҡ грант бүленгән. Иң әүҙем муниципалитеттар иҫәбендә – Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай ҡалалары, Ғафури районы.  

БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина һәм БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина үҙ өлкәләре буйынса әҙерләнгән һәм тормошҡа ашырылған проекттарҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Әйткәндәй, быйыл БР Башлығы гранттары фонды кинематография буйынса яңы конкурс иғлан иткән. Был хаҡта Башҡортостан киностудияһы директоры Юнир Әминев һәм билдәле кинорежиссер Булат Йосопов та сығыш яһаны.   

БР Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев башлыса Рәсәй Президенты гранттарын юллау нескәлектәренә баҫым яһаны, был йәһәттән дә республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының бик әүҙем булыуын, әммә бәләкәй суммалағы проекттар менән мауығыуын билдәләне.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова үҙ йүнәлеше буйынса һөҙөмтәләр менән уртаҡлашты. 2023 йылда 34 еңеүсе билдәләнгән. Телде һанлаштырыу буйынса грант проекттары, тәржемәселәр, ҡушымталар, уйынсыҡтар, мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү өсөн методик әсбаптар буйынса проекттар хуплау тапҡан. Ул башҡорт теленән руссаға һәм кирегә ҙур текстарҙы тәржемә иткән “Башкортсофт”, шулай уҡ «СәләмPRO» һәм «Аҡыллы колонка» мобиль ҡушымталарын айырып билдәләне.

Шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттарына дөрөҫ йүнәлеш биреү, документтарҙы тултырыу, отчет эшләү һ.б. йәһәттән ҙур ярҙам күрһәткән ресурс үҙәктәре, грант алған ойошма вәкилдәренең сығыштары ла фәһемле һәм мәғлүмәтле булды.

Фото: “Башинформ” агентлығы.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас