

17 августа Ишембәй районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров элекке Верхотор баҡыр иретеү заводы биләмәһен – революцияға тиклемге Рәсәйҙең сәнәғәт кирбес архитектураһы һәйкәлен үҙгәртеп ҡороу проекты менән танышты.
Быйыл был башланғыс Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында еңеп сыҡҡайны һәм 65,8 миллион һум күләмендә федераль грант отҡайны. Тағы завод майҙансығын яңыртыу өсөн республика – 25 миллион, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан дүрт миллион һум аҡса бүленә. Проект “Верхотор – ваҡыттар театры” исемен йөрөтә. Уны Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты, Әхмәҙуллин-Аркитекс архитектура бюроһы һәм Ишембай районы хакимиәте, урында йәшәүселәрҙең фекерен иҫәпкә алып әҙерләгән. Төп маҡсат – элекке баҡыр иретеү заводы майҙансығында ауылда йәшәүселәр өсөн йәмәғәтселек киңлеген булдырыу. Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты директоры Алмас Фәтҡуллин завод майҙансығының алты гектар тәшкил итеүе һәм уның ике гектарын төҙөкләндереүҙе планлаштырыуҙары тураһында һөйләне. Бынан тыш, Тор йылғаһы аша тарихи күперҙә 1855 йылдың амфитеатрын, сәхнә һәм Богородица-Ҡазан ҡорамына ҡараған майҙансыҡ булдырмаҡсылар.
Республика етәксеһе элекке завод бинаһын ҡараны. Уға XVIII быуатта бында, башҡорттарҙан ер һатып алып, Себер сауҙагәрҙәре Иван Твердышев менән Иван Мясников нигеҙ һалған. Предприятие 1913 йылға тиклем эшләгән. 2020 йылда ул тарихи биләмә статусын алған.
***
Верхотор ауылында Радий Хәбиров урында йәшәүселәр менән аралашты. Улар республика етәкселегенә ауылға иғтибар өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауҙың ауылдарҙағы системаһына булышлыҡ итеүҙә, урам һыу үткәргес колонкаларын ҡуйыуҙа булышлыҡ итеүҙе һораны.
Республика етәксеһе Верхотор ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны. Ул 2018 йылда, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ҡуйылғайны. Беренсел медицина ярҙам күрһәтеүенең барлыҡ стандарттарына яуап бирә.
Башҡортостан Башлығы урындағы фельдшер Анна Барышева менән аралашты. Ул ауылға “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса килеүе тураһында һөйләне. ФАП 500-ҙән ашыу кешене, шул иҫәптән 100 баланы һәм үҫмерҙе хеҙмәтләндерә.
Фотолар, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/169320.html