

Ир-егет – ғаиләһен һаҡлаусы ғына түгел, иленең дә таянысы, терәге. Төрлө замандарҙа ла Ватанына ҡурҡыныс янағанда ирҙәр ҡулына ҡорал алған, тыуған ил һағына баҫҡан. Бөгөнгө быуынға ла оло һынау төштө. Көслө заттарҙы ул ирлеккә һынай. Һис икеләнмәй ил саҡырыуын ҡабул итеп махсус хәрби операцияға юлланған яугирҙәр менән ғорурланабыҙ. Ошондай ҡурҡыу белмәҫ, яуаплы улдар үҫтергән атай-әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ.
Баҡалы районының Мостафа ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы тағы ла бер яугирҙең әсәһе Лариса Баһауова менән танышыу форсаты тейҙе. Уның улы үткән йылдың сентябрендә мобилизацияланған.
– Повестка килгәс тә, иртәгәһенә үк китеп тә барҙы. Уйында бер икеләнеү ҙә булманы. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы бар ине. Улыбыҙ Һарытауҙа хәрби күнекмә үткән ваҡытта улар өйләнеште. Барыбыҙҙы ла шатландырып, май айында балалары донъяға килде. Ейәнебеҙ тыуыуы – беҙҙең өсөн дә сикһеҙ шатлыҡ. Улымдың бәләкәй сағына оҡшап торғас, бигерәк тә ҡәҙерле ул беҙгә. Уны күргән һайын күрге килеп кенә тора. Улыбыҙ март айында ялда булып китте. Сабыйын күрергә ҡайтыуын да ашҡынып көтәбеҙ, – тип тормошоноң шатлыҡлы мәлдәрен дә уртаҡлашты әсә кеше.
Улдары бала саҡтан тыныс холоҡло була. Ватан алдындағы бурысын үтәүгә яуаплы булып үҫеүенә атаһының өлгөһө лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр, сөнки йәш сағында атаһы ла хәрби хеҙмәтте Афғанстанда үтә. Улының хәрби операцияға китеүен дә атай кеше лайыҡлы ҡабул итә. “Беҙгә генә ҡағылмай. Илгә килгән бәлә” тигән һүҙҙәр ҙә йәш яугиргә ышаныс биргәндер.
– 18 йәше тулғанда улым училищела уҡып йөрөй ине. Армияға училищены уҡып бөткәс барырһың, тиһәк тә, үҙенсә хәл итте. “Тәүҙә армияға барып ҡайтам”, тип уҡыған еренән хәрби хеҙмәткә китте. Аҙаҡ контракт буйынса ла хеҙмәт итте. Унан ҡайтып, бер йыл самаһы тороуға, махсус хәрби операцияға алынды, – тип һөйләне Лариса Фәнис ҡыҙы.
Улы менән һөйләшеп торһалар ҙа, әсә күңеле тыныс түгел. Көнөн дә, төнөн дә, ятҡанда ла, торғанда ла уның күңелендә бер теләк:
– Донъялар тынысланһын, ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Үҙҙәренең балаларын үҙҙәре ҡарап үҫтерһен.
Тотош ил теләгән был теләктәрҙең бик тиҙҙән тормошҡа ашыуына барса халыҡ өмөт итә.
Резеда Шәңгәрәева
Баҡалы районы.