Йәмғиәт
18 Август 2023, 05:20

“Көтөгөҙ, ҡайтырбыҙ!”

Улының был һүҙҙәре әле лә ҡолаҡта сыңлай.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Махсус хәрби операцияға улдарын оҙатҡан әсәйҙәр өсөн ғәзиздәрен көтөү – ҙур һынау. Баҡалы районына эш сәфәренә барғанда Иҫке Ҡорос ауылында ошондай сабыр әсәйҙәрҙең береһе Әлфиә Исхаҡова менән күрештек. Үткән йылдың сентябрендә улы махсус хәрби операцияға мобилизацияланған. Улы бала саҡтан ауырлыҡтар алдында ҡурҡып тормаған ысын ир-егет булып үҫә. Ваҡыты еткәс, армияға барып, танк ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайта. Махсус хәрби операция башланғас та, ул һис икеләнеүһеҙ ил саҡырыуы буйынса китә.

– Ватанға хеҙмәт итеү ир ба­ланың бурысы бит инде. Улым да алдан уҡ үҙен әҙерләне, повестканы ла көтөп-һорашып торҙо. “Әсәй, повестка алдым. Мин китәм!” тигәс, уның ҡарарына мин дә, атаһы ла риза булдыҡ. Егет кеше булғас, барырға тейеш, тип уй­ланыҡ. Балаһы хаҡына, беҙҙең бәхеткә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

Ауылда мәсет алдында барса халыҡ йыйылып, махсус хәрби операцияға юлланған егеттәрҙе күмәкләп доғалар уҡып оҙаттыҡ. Февраль айында улым отпускыға ҡайтып китте. Һағынып көтөп алдыҡ уны. Ялдан һуң да хеҙмәттәштәре янына ашҡынды. “Беҙ генә түгел, бүтәндәргә лә ялға ҡайтырға кәрәк, уларҙы ла көтәләр”, – тип ҡабат махсус хәрби операция урынына юлланды. Унан бер зарланыу һүҙе лә ишетмәнек. “Әсәй, барыһы ла һәйбәт, хафаланма”, – тине. Бында ялға ҡайтҡас, “Апаҡайҙар” клубын­дағы ҡатын-ҡыҙҙар менән уларҙы клубҡа осрашыуға саҡырҙыҡ. Улай ғына түгел, яугирҙәрҙең ата-әсәһен дә байрам менән ҡотлап, уларға иғтибар күрһәтәбеҙ, – тине әлеге көндә мәҙәниәт йортонда “Апаҡай­ҙар” клубы етәксеһе Әлфиә Ғил­мизакир ҡыҙы.

Улы өсөн эстән генә йөрәге өҙгөләнһә лә, ут йотоп йәшәһә лә, сабыр булырға тырыша әңгәмәсем, сөнки әсәйҙәргә бөгөн айырыуса ныҡ булырға кәрәк.

– Улым бәләкәй сағынан үткер булды. Һәр кем менән уртаҡ тел таба, һөйләшә белде. Кешелекле булғанғамы, үҙен башҡалар ҙа тыңлап, яратып торҙо, – тигән һүҙҙәрендә улына ҡарата ғорурлыҡ тойғолары сағыла.

Ауыр саҡта халыҡтың да бер­ҙәмлеге тойола. Яугирҙәргә посылкалар әҙерләгәндә лә бергәләшеп тырышалар.

– Барлыҡ ауылдаштарыма, эш­ҡыуарҙарға, район етәкселегенә рәхмәтлемен. Ныҡ ярҙам итәләр. Яугирҙәр нимә һорай, тиҙ генә кәрәкле ярҙам ойошторалар. Туҡ­мас, тушенкалар әҙерләп ебәрәбеҙ. “Әсәй, өй ризыҡтары ашап, өйгә ҡайтҡан һымаҡ булдыҡ”, – тип улым рәхмәт белдерә, – ти Әлфиә ханым.

Әсәнең көнө-төнө теләгәне бер – балалар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

– Барлыҡ уландар иҫән-имен булһын. Ҡайғылар күрергә яҙма­һын. Ил тиҙерәк тынысланһын. Ҡайҙа ғына Ҡөрьән ашына барһаҡ та, иң беренсе махсус хәрби операцияла йөрөгән балаларҙың иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Баҡа­лынан ҙур автобустарға ултырып киткән саҡтарында улымдың автобус тәҙрәһенән башын сығарып бар тирә-яҡҡа “Беҙ ҡайтырбыҙ!” тип ҡысҡырып хушлаш­ҡаны әле лә күҙ алдында, – әсә кешенең был һүҙҙәрен тыңлағанда ирекһеҙҙән күңел тула.

37 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән, әлеге көндә Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Флидә Нуретдинова махсус хәрби опера­циялағы уҡыусылары тураһында айырыуса йылылыҡ менән:

– Был уҡыусыларым мәктәптә үк аҡыллы, хеҙмәт һөйөүсән, кешегә ярҙамсыл булды. Һәр береһе беҙгә ҡәҙерле. Яугирҙәре­беҙгә генә түгел, уларҙың ата-әсәһенә ауылыбыҙ менән ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, – тип һөйләне уҡытыусы ветеран.

Изге теләктәр тормошҡа ашһын. Иҫке Ҡорос ауылы егеттәренә үҙ аяҡтарында тыуған ерҙәренә ҡайтырға яҙһын.

Резеда Шәңгәрәева

Баҡалы районы.

Читайте нас