Йәмғиәт
18 Август 2023, 05:29

“Яҡшыға ышанабыҙ”

Иң мөһиме – иҫән-һау ҡайтһындар.

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Динара Шәрипова – тормош юлынан һәр саҡ баҙыҡ аҙымдар менән атлаған  көслө рухлы, ныҡлы булмышлы ҡатындарҙан. Яҡындары өсөн – ихлас, кешелекле ҡыҙ һәм килен, хеҙмәттәштәре өсөн – яуап­лы, яҡшы белгес, дуҫтары өсөн ярҙамсыл иптәш тә ул. Балаларына иһә наҙлы әсәй, иренә тоғро тормош юлдашы, талыу белмәҫ пар ҡанаттың һыңары ул.

Ире Илнур былтыр октябрҙә махсус хәрби операцияға юллан­ған, күптән түгел генә ялға ҡайтып киткән. Яугир ҡатын Динара менән беҙ ғаилә ҡиммәттәре, уй-кисерештәре хаҡында һөйләштек. Ул түбәндә­геләрҙе һөйләне:

– Илнур менән өйләнешкәне­беҙгә – 14 йыл, әммә беҙ күпкә алданыраҡ, 20 йылдан ашыу таныш. Ике бала үҫтерәбеҙ. Артурға 13 йәш, алтынсы класты тамамланы. Ренатаға ете йәш, быйыл беренсе класҡа бара. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем беҙ, ҡәҙимге ғаилә һымаҡ, татыу тормошта йәшәнек. Эшләнек, йорт төҙөнөк, донъя көттөк, ғаилә менән ял итергә йөрөнөк.

Илнурға повестка килгәс, албыр­ғап ҡалдыҡ, тип әйтә алмайым. Бигерәк тә был йәһәттән ирем тыныс ине, хатта ул киләсәген алдан һиҙемләп йөрөгәндер, моға­йын, сөнки армияла махсус тәғәйен­ләнештәге ғәскәрҙә хеҙмәт иткән. Шулай ҙа бындай хәбәр тормо­шобоҙға тынғыһыҙлыҡ индер­ҙе, икәү-ара шик-шөбһәбеҙҙе балаларға белдермәй торҙоҡ. Бер нисә көндән яңы хәлебеҙҙе ҡабул иттек, Илнурҙың ата-әсәһенә хәбәр иттек, һәм ул юлға әҙерләнә башланы.

Бер беҙҙең иңгә генә төшкән бурыс түгел – бихисап ир-егет­тәребеҙ махсус хәрби операцияға йүнәлде, һәм ошо осорҙа миңә бер егет әйткән һүҙҙәр күңелемә уйылып ҡалды. “Беҙ Ватаныбыҙҙы яратабыҙ. Еңеүсе даны, орден-миҙалдар менән ҡайтырбыҙ”, – тигәйне ул.

Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм һәм бөгөн дә әйтә алам: беҙҙең ил бик көслө. Эшләргә, балаларҙы үҫтерергә, матур итеп йәшәргә бөтә мөмкинлектәр бар. Ил өҫтөнә килгән һынауҙы ла лайыҡлы үтеребеҙгә ышанам. Әйткәндәй, Илнурҙың олатаһы Ҡадир Ғәбитов – бүлек командиры, 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы сафында алышҡан, 1942 йылда Липецк өлкәһендә батырҙарса һәләк булған. Уның хаҡында иҫтәлек быуындан-быуынға тапшырыла.

Ир-егеттәрҙе оҙатҡан саҡта кемдер дәфтәр асты: унда яугир­ҙәрҙең ҡатындары, яҡындары телефон номерҙарын яҙып ҡалдыр­ғайны. Һөҙөмтәлә ошо исемлек иң аҙаҡтан минең ҡулға эләкте. Артабан махсус чат булдырҙым, хәл-әхүәлде аңлаттым һәм бөгөн беҙ, бығаса бер-береһен бөтөнләй белмәгән кешеләр, яҡынайып бөттөк. Мәғлүмәт менән алмашабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, гуманитар ярҙам оҙатыу юлдарын барлайбыҙ һәм башҡалар.

Ҡышты ирем унда үткәрҙе. Яңыраҡ ялға ҡайтып киткә­нендә һөйләүенсә, еңел түгел, ҡыш палаткала ла, ерҙә лә йоҡларға тура килгән. Туҡланыу яғынан яҡшы тәьмин итәләр, тине.

Әлбиттә, тормош дауам итә, әммә төрлө уйҙар башҡа ингән саҡтар ҙа була. Миндә ҡурҡыу тойғоһо юҡ, әммә эске хәүеф бер ваҡытта ла ташламай. Шулай ҙа илауҙан тыйылам – ярамай. Был осорҙа балалар ҙа кинәт өлкәнәйеп киткәндәй тойолдо, бөтәһен аңлап-белеп торалар, мине көйҙөрмәҫкә тырышалар. Ә бер көн ҡыҙым баҡсанан ҡайтты ла былай тине: “Әсәй, беҙҙең төркөмдә 45 бала, әммә минең атайым ғына яуға киткән!” Үҙенсә аптырай ҙа, ғорурлана ла бала.

Илнур махсус операцияға юллан­ғас, эргәмдә яҡшы кешеләрҙең ни тиклем күп икәнлегенә инандым. Яҡындарҙан тыш, хеҙмәттәштәр, дуҫтар, таныштар һәм бөтөнләй таныш булмаған кешеләр төрлөсә ярҙам күрһәтте һәм әле лә күрһәтә. Һәр саҡ шылтыраталар, хәл белешәләр.

Унан тыш, мин ҙур йортта балалар менән торҙом да ҡалдым. Бығаса уйлап та бирмәгән ир-ат эштәре иңемә ятты. Был осраҡта ла яҡындар, дуҫтар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт, улар – беҙҙең төп терәк-таяныс. Илнурҙың ата-әсәһе йыраҡ тип тормай килеп етә, оҙаҡлап беҙҙә йәшәй ҙә – миңә лә, балаларға ла яҡшы.

Илнур ялға ҡайтҡайны, балалар эргәһенән китмәне. Ҡайҙалыр йыйынһа, машинаға сығып ултыралар, ятһа, эргәһендә яталар. Иртән дә, кис тә бергә булдылар. Ул – бик ыңғай холоҡло кеше, шуға дуҫтары, хеҙмәттәштәре лә яратып, хөрмәт итеп тора. Улар ҙа килеп хәл белде.

Килеп тыуған хәл ҡиммәт­тәребеҙҙе үҙгәртмәне, башҡа өҫтөнлөктәр барлыҡҡа килде. Элек нимәлер өсөн борсолған булһам, хәҙер уйлап та бирмәйем. Илнурҙы ысын күңелдән яраттым һәм яратам, тик был мөхәббәт хәҙер күпкә тәрәнерәк һымаҡ.

Беҙ икебеҙ ҙә ыңғай фекерләйбеҙ һәм яҡшыға ышанабыҙ. Мине йәл­ләргә, килеп тыуған хәлдән фажиғә яһарға, ниндәйҙер аҡыл өйрәтергә тырышҡан кешеләрҙең фекерҙәрен ҡабул итмәйем һәм һил булмышымды тынысһыҙ­ландырт­майым. Илнур бәйләнешкә сыҡҡан ҡыҫҡа ғына ми­нуттарҙа йәшә­йешебеҙ, бала­ла­рыбыҙ, яҡында­рыбыҙ тураһында һөйләргә тырышам. Ғаиләбеҙгә иғтибар күрһәтеп торғандары хаҡында ла әйтәм – был да иремдең кәйефен күтәрә.

Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйә­сәкмен, сөнки беләм, Илнур – ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ яугир! Тап шундайҙар ғына беҙҙе еңеүгә алып киләсәк.

Иң мөһиме – ул тиҙерәк имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһын – был барыбыҙҙың да иң ҙур, самими теләге, – тине Динара яҡыны хаҡында.

Беҙ ҙә уның теләктәренә ҡу­шылабыҙ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас