Йәмғиәт
20 Август 2023, 10:00

Рөстәм Нәбиев йәнә тауҙарға артыла

Был юлы ҡатыны Индира менән

Рөстәм Нәбиев йәнә тауҙарға артылаРөстәм Нәбиев йәнә тауҙарға артыла
Рөстәм Нәбиев йәнә тауҙарға артыла

Башҡорт блогеры һәм көслө рухлы яҡташыбыҙ йәнә тауҙарға артылырға уйлай. Был юлы яңғыҙ түгел. Эльбрусҡа уның менән бергә ҡатыны Индира ла менәсәк. Быға тиклем Нәбиевтар Грузияның Казбек тауына бергә артылған ине.

Рөстәм Нәбиев тауға 26 августа күтәрелә башлаясаҡ һәм  3 сентябрҙә тамамлаясаҡ. Был юлы Эльбрус Рөстәм Нәбиевтың алтынсы яулап алынған тауы буласаҡ.

Блогер белдереүенсә, әле улар әҙерлек менән мәж килә, күнекмәләр менән шөғөлләнәләр.

Сәмле һәм рухлы, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған яҡташыбыҙға сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ, сәләмәтлек һәм маҡсатына ирешеүен теләйбеҙ!

Фото: Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәренән

Рөстәм Нәбиев йәнә тауҙарға артыла
Рөстәм Нәбиев йәнә тауҙарға артыла
Рөстәм Нәбиев йәнә тауҙарға артыла
Автор:Карима Усманова
Читайте нас