

Йәшлек. Ташып торған дәрт. Ижади идеялар диңгеҙе. Янып торған күҙҙәр. Кешеләрҙең тормошон яҡшыраҡ, еңелерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү теләге.
Был юлдарҙа үҙегеҙҙе танынығыҙмы? Тимәк, түбәндәге мәғлүмәт тап һеҙҙең өсөн!
“Росмолодежь” Гранттар 2 миҙгел” конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙе иғлан итәләр! Был һеҙҙең социаль проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1 000 000 һумға тиклем финанс ярҙамы алыу мөмкинлегегеҙ бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста 14 - 35 йәшлек Рәсәй Федерацияһы йәштәре ҡатнаша ала.
Ә конкурсҡа 18 номинацияның береһендә бер проекттан торған берҙән артыҡ ғариза бирергә ярамай.
Грантты тормошҡа ашырыуҙың тәҡдим ителгән ваҡыты: 01.12.2023 – 30.11.2024.
Ғаризалар ҡабул итеү 24 сентябрҙә 16:00 сәғәттә тамамлана.
Күберәк мәғлүмәтте https://grants.myrosmol.ru/auth/login һалтанмаһы аша үтеп белергә мөмкин.
Сығанаҡ: dzen.ru/a/ZMOO6W46M3PsaNF7, vk.com/rosmolodez.grants