Йәмғиәт
21 Август 2023, 14:00

Сәйетбабаның иң оло килене 95 йәшен билдәләгән

Мөнирә Ғәзизова сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, хәтере яҡшы, гел изге уйҙа.

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ғәзизова – 9 бала әсәһе, хеҙмәт һәм тыл ветераны, ваҡытында “Йондоҙ” колхозының алдынғы эшсәндәренең береһе. Күптән түгел ул оло ғүмер байрамын – 95 йәшен билдәләгән. Ошо уңайҙан уны республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров та ҡотлаған. Хөрмәтле ил инәһенә ҡотлауҙы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов тапшырған.

“Инәйем (әсәйем) 1947 йылда Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан Сәйетбабаға килен булып төшкән. Ул – Сәйетбабаның ҡырҙан төшкән берҙән-бер, иң оло килене, хөрмәтле кешеһе.

Ул килен булып төшкәндәге ауыл халҡы хәҙер йәш быуынға алышынды. Тиңдәштәре лә ике-өс кеше генә ҡалды.
Үҙенең туғыҙ балаһынан дүртенсе быуынына тиклем – 54 бала! Һәр береһенең исемен, тыуған көндәрен хәтерләй. Боронғоларҙы һөйләргә, һөйләшергә лә ярата. Хәтерле. Сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына. Гел изге уйҙа”, – ти юбилярҙың ҡыҙы Зөбәржәт Яҡупова (әйткәндәй, ул – беҙҙең коллега, “Аманат” журналында эшләй).

Мөнирә инәйҙе юбилейы менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ!

Фотолар – З.Яҡупованан.

 

Сәйетбабаның  иң оло килене 95 йәшен билдәләгән
Сәйетбабаның  иң оло килене 95 йәшен билдәләгән
Сәйетбабаның  иң оло килене 95 йәшен билдәләгән
Сәйетбабаның  иң оло килене 95 йәшен билдәләгән
Сәйетбабаның  иң оло килене 95 йәшен билдәләгән
Сәйетбабаның иң оло килене 95 йәшен билдәләгән
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас