

Йәй миҙгеле Әхмәтйәновтар өсөн иҫтәлекле булды – Бөрйән районының Исламбай ауылында Һиҙиәт олатайҙың вариҫтары шаулап-гөрләп Шәжәрә байрамын үткәрҙе.
Шәжәрә – ул ырыу-ҡәбиләңдең килеп сығышы, уның тармаҡланыуы, таралыуы хаҡында мәғлүмәт, шуға күрә эштең башланғысы Әхмәтйәновтар шәжәрәһен төҙөү булды. Был йәһәттән Миңзәлә Бәшир ҡыҙы Харрасованың тырышлығы баһаға лайыҡ. Ул оло быуын инәй-бабайҙарҙан ишетеп яҙып алған шәжәрәне, республика архивтарына мөрәжәғәт итеп, документтарға таянып, һәр быуынды барлап эшләп ҡуйҙы. Әйткәндәй, Әхмәтйәновтар нәҫеленең башы Монасип ауылына барып тоташыуы беҙҙең өсөн асыш булды.
Исламбай ауылында йәшәгән Рәйлә менән Ирек Әхмәтйәновтарҙың “Әйҙәгеҙ, йыйылайыҡ” тигәнен дәррәү күтәреп алып, тиҙ арала ойоштороу комитеты төҙөлдө, көнө билдәләнде, әҙерлек эштәре башланды. Ошо урында был байрамды юғары кимәлдә үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән, ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған һәр туғаныбыҙға рәхмәт һүҙҙәре еткереп, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Шундай оло, сауаплы эш атҡарып сыҡты улар. Моғайын, Һиҙиәт олатайҙың, уның быуынын дауам иткән балаларының рухтары ла ҡыуанғандыр, сөнки нәҫел ағасыбыҙ нығынды, туғанлыҡ көсө арты.
Сара дәртле концерт менән башланып китте. Бөтә ырыуыбыҙға, илебеҙгә яҡты көндәр, тыныс тормош теләп, мулла Юлай Ғәлиуллин доға ҡылды. Артабан Һиҙиәт олатайҙың ете балаһының ғаиләләре ҙур баннерға эшләнгән шәжәрә янына – сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен барланы, туғанлыҡ ептәрен асыҡланы.
Әхмәтйәнов фамилияһын йөрөтөүселәр, иң оло һәм иң кесе вариҫ вәкилдәре, татыу ғүмер иткән юбиляр ғаилә парҙары, иң йәш ғаилә пары, юбилей йәштәрен билдәләгәндәр тәбрикләп бүләкләнде. Балалар өсөн дә мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо: улар зирәклектә, сослоҡта, етеҙлектә ярышып, бүләктәр алып ҡыуанды.
Һиҙиәт олатай вариҫтары, бер-береһе менән яҡындан танышып, аралашып, уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп ял итеп, тәмле аш менән һыйланды. Туғандарыбыҙ – Ләйлә Хәйбуллина менән Нурсилә Әминева һыйлаған ҡорбан аштары ҡабул булһын. Шәжәрә байрамынан иҫ киткес рух күтәренкелеге, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары алып таралыштыҡ.
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер. Сараға килгән һәр береһенә оло рәхмәт. Килә алмай ҡалған туғандар менән дә, Аллаһ бирһә, күңелле мәлдәрҙә генә күрешеүҙәр насип булһын. Бер-беребеҙҙе беләйек, таныйыҡ, аралашып йәшәйек. Нәҫел ағасыбыҙ тармаҡланһын, туғанлыҡ ептәре, быуындар сылбыры мәңге өҙөлмәһен!
Нурзилә СОЛТАНҒУЖИНА
Бөрйән районы.