

Ауылды, районды һөнәрле кешеләре күтәрә. Күп милләтле Ҡалтасы төбәген дә ошондай оҫталар үҙ иткән. Уларҙың береһе – Оло Туғанай ауылында йәшәгән Лилиә Ғәләкбәрованың йортона инһәң, үҙеңде күргәҙмәлә йөрөгәндәй хис итәһең.
Йортоноң икенсе ҡаты музей һымаҡ йыһазландырылған. Унда ҡул эштәренең ниндәйен генә күрмәҫһең. Сигелгән мендәр тыштары, балаҫтар, япмалар – һанап осона сығырлыҡ түгел.
– VI-VII класта уҡығанда әсәйем бәйләргә өйрәткәйне. Сигеү серҙәренә әхирәттәрем менән төшөндөк. Шул ваҡыттан килә был оҫталыҡ. Күңел һалып эшләһәң, әлбиттә, матур килеп сыға. Мендәрҙәргә сигеү өсөн һүрәттәрҙе төрлө ерҙән ҡарайбыҙ, бер-беребеҙҙән дә күсерәбеҙ. Хәҙер бик сигеп бармайым, ләкин ҡышҡы кистәрҙә бәйләргә яратам, –тине Лилиә Һиҙиәт ҡыҙы.
Лилиә ханымдың йортонда туҡылған балаҫтарға ла иғтибар иттем. Күп ваҡыт үтһә лә, улар үҙенең төҫөн, йәмен юғалтмаған
– Был – ҡәйнәм һуҡҡан балаҫтар. Хәҙер уларға 60 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Беҙҙә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Әсәйем дә ошондай балаҫтар һуға ине, – тип һөйләне ул.
Ҡулы оҫта, матурлыҡ яратҡан кешенең, ғөмүмән, донъяһы балҡып тора. Ҡапҡанан килеп инеү менән тәртип, матурлыҡ бөркөй. Ярты баҡсаһы төрлө-төрлө сәскәләр менән тулы, тиһәм дә хата булмаҫ. Бөгөн улар гөлгә төрөнөп тирә-яҡҡа йәм өләшә.
– Бала саҡтан сәскә үҫтерергә яратам. Ҡайҙа матурыраҡты күрһәм, шуны үҙемдә лә үҫтергем килә. Был шөғөлөмдө ирем дә хуплай, ярҙам итә, – сәскәләр тураһында һөйләгәндә йөҙө айырыуса нурланып китә әңгәмәсемдең.
Йыл бик уңайлы булмауы ла сәбәп түгел, баҡсаһы гөрләп үҫә. Помидорҙары ла күптән ҡыҙарып бешкән.
– Иртәнән кискә тиклем эш етерлек. Мал, ҡош-ҡорт тоторға ла тырышабыҙ, – тип бер генә лә буш ултырмауҙары тураһында һөйләне Оло Туғанай ауылы уңғаны.
Тырыштар был тормошта юғалып ҡалмауын йәнә бер замандаштарыбыҙ өлгөһөндә күрҙек.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ҡалтасы районы.

