Йәмғиәт
22 Август 2023, 13:40

Өфөлә “Искра” кинотеатры һатыла

Был кинокомплекс дүртенсе тапҡыр инде һатыуға ҡуйылған, башланғыс хаҡы – 145 миллион һум.

Өфөлә “Искра” кинотеатры һатылаӨфөлә “Искра” кинотеатры һатыла
Өфөлә “Искра” кинотеатры һатыла

Был кинокомплекс дүртенсе тапҡыр инде һатыуға ҡуйылған, башланғыс хаҡы – 145 миллион һум.

Банкротлыҡ тураһындағы берҙәм федераль реестр хәбәр итеүенсә, һатыулашыу хаҡы артабан төшә барасаҡ һәм уның йомғаҡтарын 18 октябрҙә иғлан итеү планлаштырылған. 

“Искра” кинотеатры 1970 йылда төҙөлгән һәм ҡаланың мәҙәни ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. 2020 йылда дөйөм майҙаны 2,4 мең квадрат метр булған төп бинаға ҡушып төкәтмә лә ҡоролғайны.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас