Йәмғиәт
22 Август 2023, 07:07

Мәсьәләләр ыңғай хәл ителә

Мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡалмай.

61.mchs.gov.ru61.mchs.gov.ru
Фото:61.mchs.gov.ru

2023 йылдың тәүге яртыһында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына килгән мөрәжәғәттәрен ҡарау тураһында мәғлүмәт

 

  1. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында граждандар һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эште ойоштороу

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында граждандар һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эш (артабан – граждандар мөрәжәғәте) "Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында"ғы Федераль законға, "Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуар­лыҡ һәм туризм министрлығында эш башҡарыу буйынса ҡулланмаға ярашлы алып барыла.

Граждандар өсөн уларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһындағы кәрәкле мәғлүмәт Интернет селтәрендәге (https://biznestur. bashkortostan.ru) Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының рәсми порталында урынлаштырылған (артабан – Министрлыҡ). Граждандар Министрлыҡтың вазифалы кешеләренең граждандарҙы ҡабул итеү графигы, Министрлыҡ регламенты, граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе анализлау, контакт реквизиттары, шулай уҡ Министрлыҡтың Интернет-мөрәжәғәте формаһы менән таныша ала.

  1. Граждандар мөрәжәғәте статистикаһы

Отчет осоронда Министрлыҡҡа 351 мөрәжәғәт килгән, улар мөрәжәғәттәрҙә ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү компетенцияһы буйынса ебәрелгән:

l Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенән – 50;

l Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән – 244;

l Граждандарҙан һәм ойошмаларҙан – 57 мөрәжәғәт.

  1. Мөрәжәғәттәрҙең төп темаһы:

2023 йылдың тәүге яртыһында килгән мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан (351):

l 125 һорау (35,61 процент) дәүләт ер күҙәтеү органдарына ҡарай;

l 26 һорау (7,41 процент) – эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарына, хужалыҡ субъекттары эшмәкәрлегенә;

l 22 һорау (6,27 процент) – туризмға;

l 7 һорау (2 процент) – дәүләт программаларына;

l 4 һорау (1,14 процент) – эшкә урынлашыу һәм үҙмәшғүллек;

l 3 һорау (0,85 процент) – финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса һорауҙар;

l 164 һорау (46,72 процент) – башҡа мәсьәләләргә ҡарай.

Мөрәжәғәттәр билдәләнгән тәртиптә ҡаралған. Граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың бер өлөшө ыңғай хәл ителгән, ҡалған мәсьәләләр буйынса квалификациялы аңлатмалар һәм тәҡдимдәр ебәрелгән.

  1. Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү тураһында

Отчет осоронда Башҡортостан Республи­каһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы 69 ҡабул итеү үткәргән, унда 76 кеше ҡабул ителгән.

Читайте нас