Йәмғиәт
22 Август 2023, 07:12

Мораҡайҙа халыҡҡа уңай

Был төбәктән берәү ҙә вахтаға китмәй.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Әбйәлил районының Мораҡай ауылы тәбиғәттең иң матур ерендә урынлашҡан: тирә-яҡтан Бәлә, Кәзәосҡан, Ямантау, Көркәк тауҙары уратып алған, Кесе Ҡыҙыл йылғаһы ла үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Ауыл янынан ғына тимер юл үтә, шуға күрә кешеләрҙең күбеһе – тимер юл эшендә, тиһәк тә була. Шулай уҡ улар күрше Магнитогорск, Белорет ҡалаларына, “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәгенә, “Яҡтыкүл” шифаханаһына һәм бихисап ял йорттарына йөрөп эшләй, шуға күрә ауылдан Себер тарафтарында вахта менән эшләгән бер кем дә юҡ.

 

Хыялдар тормошҡа аша

 

Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин белдереүенсә, мораҡайҙар берҙәм, сәмле һәм дәртле булыуы менән айырылып тора. Ауылдың иҡтисади һәм географик яҡтан да бик уңайлы урында ултырыуы отошло. Мәҫәлән, күрше район Белоретҡа ни бары 30 километр булһа, Магнитогорск ҡалаһына – 50 километр.

– Мораҡайҙар ҡайҙандыр, кемдер нимәлер алып килә йә иһә эшләп ҡуя тип көтөп ултырмай. Бергәләшеп, тиҙ арала килеп сыҡҡан мәсьәләне хәл итеп, уртаҡ көс менән башҡарып та ҡуялар. Күптән түгел ауылда ҙур, матур сара үтте. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына барыһы ла ихлас әҙерләнде, бер буялмаған йорт-ихата, төҙөкләндерелмәгән урам, тыҡрыҡ ҡалманы. Шулай уҡ ауыл эргәһенән генә Ҡазан – Өфө – Мәскәү маршруты буйынса уҙғарылған ралли үтте, унда ҡатнашыусыларҙы мораҡайҙар халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы менән һыйланы, ҡайнап ултырған самауырҙан шифалы, хуш еҫле сәй тәҡдим итте. Урамдар яҡтыртылды, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата обелиск яңыртылып төҙөкләндерелде.

Ҡыуаныслы яңылығыбыҙ ҙа бар, ауылға күптән көткән газ торбалары һуҙыла, тиҙҙән һәр йортта зәңгәр ут буласаҡ. Йәштәрҙең ауылда төпләнеп ҡалыуы, яңы йорттар төҙөүе, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килеүе, сабыйҙарҙың тыуыуы — ауылдың киләсәге һәм бөгөнгөһөнөң төп күрһәткесе ул. Мораҡайҙа өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ла төҙөләсәк, — тине Даян Зәбир улы.

Әйткәндәй, республика Башлығы Радий Хәбиров, үҙенең тәүге көньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре барышында Мораҡай ауылына боролоп, ундағы ағас йортта урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктына инеп, фельдшер Мөнирә Фәтхуллинанан ҡан баҫымын тикшертеп сыҡҡайны. Медицина учреждениеһы асылғандан бирле бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үтмәгән, бинаны төҙөкләндереү талап ителеүен күреп, төбәк етәксеһе ауылда өр-яңы модулле фельшер-акушерлыҡ пункты төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. Ниһайәт, быйыл ул тормошҡа ашыр, тип хыяллана мораҡайҙар.

Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов Мораҡай ауылы халҡына модулле мәҙәниәт йорто төҙөргә вәғәҙә биргән. Беҙ барғанда, бер төркөм ир-егеттәр элекке ағас клубтың бинаһын һүтеп йөрөй ине. Хатта төҙөлөш урынын әҙерләп бирергә ауыл халҡы үҙҙәре үк теләк белдергән. Яңы йылды яңы клубта ҡаршыларға йыйынабыҙ, ти улар.

 

“Яҙғы ташҡында ике ярҙа ҡала инек...”

 

Күптәр хәтерләйҙер, 2013 йылда Әбйәлил районы ямғырҙар һөҙөмтәһендә ҙур зыян күрҙе. Ташҡында 19 күпер емерелде, уларҙың күбеһе ҡайтанан төҙөкләндерелде, яңылары төҙөлдө. Мораҡай ауылында ла киләсәктә ташҡынға бирешмәй, халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итә торған өр-яңы ҡоролма төҙөлдө. Мораҡай ауылын икегә бүлеп аҡҡан Кесе Ҡыҙыл йылғаһы аша һалынған күперҙе ауыл халҡы оҙаҡ көткән. Яҙғы ташҡында мораҡайҙар күп осраҡта ике ярҙа ҡала торған булған, хатта уҡыусылар мәктәпкә бара алмаған. Бөгөн ауылдың йөҙө һәм ҡото булырлыҡ күперҙең оҙонлоғо – 53, киңлеге – ете, бейеклеге 4,5 метр тәшкил итә. Төҙөлөштө Өфө ҡалаһынан “Магистраль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡарған.

 

“Бөрлөгән”дәр – ауыл йәме

 

Ауылдың иң дәртле һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарын бергә туплаған “Бөрлөгән” фольклор ансамбле үҙҙәренең йыр-моңо, таҡмаҡтары менән һәр ҡунаҡты ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Уларҙың сығышын ауылдаштары көтөп ала, көслө алҡыштар менән оҙата. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр ауылда тиерлек оло йәштәге апай-инәйҙәребеҙ ойошторған ансамблдәрҙең сығышы ҙур популярлыҡ яулай. Улар онотола барған йолаларҙы тергеҙеп, сәхнәләштерә, йә булмаһа, һирәк башҡарылған йырҙарҙы халыҡҡа ишеттерә, йәш быуынға халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, йыр-моңобоҙҙо еткерә.

Элек-электән йәш быуынды мәҙәниәткә һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә өләсәйҙәр мәктәбе ҙур роль уйнай. Төрлө һөнәр эйәләрен бергә туплаған был ансамблгә бөтәһе 14 кеше йөрөй. Иң оло ағзаһы Фатима Йәнтүринаға – 73 йәш, ҡалғандары ла 60-ты үткән апайҙар. Уларҙың барыһы ла –  ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәр ҡоро ағзалары. Зәмирә Фәтхуллина, Мәүлиҙә Шәрипова, Йәнүзә Ғәләүетдинова, Рәйлә Харисова, Мөнирә Саярова, Рушания Ғаззалова, Гөлсәсәк Вәлиева – иң әүҙемдәре.

“Бөрлөгән” фольклор ансамбле етәксеһе Ғәлиә Кинйәбаева белдереүенсә, ысынлап та, ансамбль ауылдың йөҙөк ҡашына, барлыҡ сараларҙың биҙәгенә әүерелгән. Ауылда клуб булмағанлыҡтан, ҡыш улар алмашлап кис ултырыуға йөрөй: ҡул эштәре менән булыша, яңы йырҙар өйрәнә.

 

Белем усағы

 

Йәйге каникул осоро булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе ауылдың башланғыс мәктәбендә ҡаршы алдылар. Ағас йортта урынлашҡан белем усағы заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырылған. Яҡты кабинеттар балаларҙы яңы уҡыу йылына ҡаршы алырға әҙер, хатта таҡтала 1 сен­тябргә арналған открыткалар ҙа эленгән.

Мораҡай башланғыс мәктәбе Байым урта мәктәбенең филиалына ҡарай, уның мөдире – оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән тәжрибәле уҡытыусы Рушания Ғаззалова. Мәктәптә бөтәһе 11 бала белем ала, яңы уҡыу йылында ике уҡыусы партаға ултырасаҡ. Рушания Истамғәзе ҡыҙы менән бергә Нурия Тоҡомбәтова эшләй. Ауылдың 16 уҡыусыһы автобус менән көн һайын Байым урта мәктәбенә йөрөп уҡый, ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын Белорет районының Абҙаҡ урта мәктәбенә алып йөрөй. Ауылда йәштәр төпләнә, шуға күрә балалар күп. Киләсәктә, кем белә, бәлки, Мораҡайҙа ла өр-яңы мәктәп һалыныр әле.

– Ауылда ла, мәктәптә лә юғары тиҙлектәге интернет үткән. Уҡыусылар аҙ булһа ла, беҙҙә уҡыу сифаты юғары. Балалар менән төрлө район, республика, интернет олимпиадаларында әүҙем ҡатна­шабыҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ. Ата-әсәләр менән бәйләнеш көслө, бер сара ла уларһыҙ үтмәй, төрлө экскурсияларға йөрөйбөҙ, ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, – ти Рушания Ғаззалова.

Әйткәндәй, ауыл халҡы үҙ көсө менән иҫке клуб янындағы ағас бураны спорт залы итеп төҙөргә уйлай. Ниәттәре тормошҡа ашһа, уҡыусыларға ла ҡыш шөғөлләнергә урын буласаҡ, сөнки мәктәптең үҙенең спорт залы юҡ.

Ауылда иман йорто бар, уның имам-хатибы булып оҙаҡ йылдар Даян Фәтхуллин эшләй. Бында халыҡ иманлы, йәштәр ҙә хаҡ юлға ынтыла. Мәсеттә йома намаҙҙары, дини байрамдар, никах туйҙары, сабыйға исем ҡушыу кеүек саралар йыш үтә. Мораҡай ауылын һәр иртә менән нурға күмеп, Аллаһ йортонан аҙан тауыштары яңғырай, тирә-яҡҡа иман нурҙары тарала.

 

Иң оҫта буҙа ҡойоусы

 

Ауылдың иң өлкән инәйҙәренең береһе – Тәғзимә Мөхәмәтйәрова. Уға – 82 йәш, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бик шәп, яңғыҙы донъя көтә, ҡул эштәренә маһир, арҡыры-буй юрғандар эшләй, тәмле итеп буҙа ла ҡоя.

Әбйәлилдә буҙа ҡоймаған кеше һирәктер, әммә уны ҡойоуҙың да үҙ сере бар. Күптәр өләсәй-инәйҙәренән буҙа ҡойоу серҙәрен үҙләштереүҙе хуп күрә. Был йәһәттән Тәғзимә инәй инәлтеп торманы:

– Буҙа ҡойоуҙың бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Магазиндан геркулес һатып алып, уны мейестә оҙаҡ ҡына киптереп алам. Артабан ит турағыс аша әйләндерәм. Килеп сыҡҡан массаны (ондо) һыу ҡойолған ҡаҙанға һалып, ойошмаһын өсөн болғатабыҙ. Дүрт килограмм геркулесҡа ике литр һыу алына. Ҡаҙанда болғай-болғай аҡрынлап бешерәбеҙ, 200 грамм тирәһе туң май (һыйырҙың эс майын) һалам. Аҙаҡ уны ябып, төнгөлөккә ҡалдырам. Иртәгәһенә уны ошолайтып һөҙөп алам (һүрәттә инәй буҙа һөҙә). Иләк аша икенсе һауытҡа ҡоям. Аҙаҡ һөҙөлгән буҙаны батманға кире бушатып, ике-өс көн ултыртабыҙ. Ул күбеп кенә ултыра. Үҙе тәмле, шифалы ла, һәр саҡ ҡойоп эсәм, – ти 82 йәшлек Тәғзимә инәй.

Оҫта буҙа ҡойоусыға әле лә туйҙарға, төрлө табындарға заказ биреүселәр күп. Инәй, ғүмере буйы буҙа ҡойоп эскәнгәлер, зиһене лә яҡты, йөҙө лә йәш, һаулығы ла шәп.

 

“Сирень”гә килегеҙ!

 

Ауылдың үҙ кафеһы бар, хатта унда Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан килеп төрлө байрам, туйҙар, юбилейҙар үткәрәләр, тип ишеткәс, беҙ ҙә кафены ситләтеп үтмәнек.

Земфира менән Ишдәүләт Мәғәсүмов­тарҙың кафеһы шәп булып сыҡты! Исемен дә шартлы рәүештә генә ҡушып торғандар ҙа, шул килеш ҡалған. Русса ла, башҡортса ла яңғырашы берҙәй, сирень сәскәләре матур ҙа инде, тиҙәр.

Земфира Зәйтүн ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылда һатыусы булып эшләй. Өс бала үҫте­рәләр. Өлкән ҡыҙҙары Нәркәс Белорет ҡалаһында “Ашығыс ярҙам” фельдшеры булып эшләй, Зилиә лә, апа­һының юлын дауам итеп, Белорет медицина колледжында белем ала. Кинйәкәйҙәре Илмир тиҙҙән беренсе класҡа бара.

– Ирем менән кәңәшләштек тә үҙ эшебеҙҙе асырға булдыҡ. Тәүҙә йортобоҙ янында магазин төҙөп ултырттыҡ, сауҙа эшен яйға һалдыҡ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, беҙҙең урам ни тиклем иркен һәм ҙур. Ҡайным да һәр ваҡыт “ерҙе әрәм итмәгеҙ, файҙаланығыҙ, ҡәҙерен белегеҙ” тип әйтер ине. Уйлаштыҡ та кафе һалырға булып киттек. Уға ер бүлеме өсөн ҡануниәткә ярашлы документтар эшләттек, тәүәккәлләп “Һаҡлыҡ банкы”нан ҙур суммаға кредит алдыҡ. 2021 йылдың июнь айында төҙөлөштө башла­ғайныҡ, 25 октябрҙә тәүге клиенттарҙы ҡабул иттек.

Бина 150 квадрат метр майҙанды биләй, 100 кешелек урын бар. Быйыл сәй урыны өсөн айырым төкәтмә төҙөлә, тимәк, кафе тағы ла ҙураясаҡ. Аллаға шөкөр, әле киләһе йылдың февраль айына тиклем заказдар алынған. Йәйге миҙгелдә ҡайһы бер аҙналарҙа көн һайын төрлө саралар була. Өфө, Учалы, Белорет, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан, Әбйәлил, Учалы райондарынан да заказсылар бик күп. Кафе төҙөү өсөн ҙур суммаға бер кредит алдыҡ, төҙөп бөткәс, уны йыһазландырыуға тағы ла кредит алырға тура килде, – ти Земфира Зәйтүн ҡыҙы.

Ауыл ерендә ҡаланыҡыларҙан да ары торған бик шәп кафе төҙөп ултыртыуға ҡарамаҫтан, ни өсөндөр эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтелмәгән. Уйлап ҡараһаң, Мораҡай оло юл сатында, Сибай – Өфө трассаһында ята. Юл буйы сервистарын төҙөү программаһы буйынса ла дәүләт ярҙамы күрһәтергә мөмкиндер. Шулай уҡ районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итһә лә, дәүләт ярҙамы булыр ине.

 

Йәштәр ауылда ҡала

 

Ауылда тыуып үҫкән һәм, ошонда уҡ төпләнеп, ике балаға ғүмер биргән, үҙ көстәре менән ҙур, күркәм йорт һалып сыҡҡан Дилә менән Линар Насибуллиндар – ауылда йәш, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ауылдаштары, Линар Сабит улына ҙур ышаныс күрһәтеп, ауыл старостаһы итеп һайлаған. Йорт хужабикәһе ауыл янындағы заправкалау станцияһында эшләй, ғаилә башлығы – тимер юлда начальник вазифаһында. Тормоштарын йәмләп Аделина менән Самира исемле ҡыҙҙары үҫә.

– Бала саҡтан тимер юлдан үткән поезд һәм паровоздың гудок тауыштарын тыңлап үҫкәнгәме, тимер юл күңелемә бик яҡын. Шуғалыр ҙа ошо йүнәлештә Һамар ҡалаһында юғары белем алдым. Сменалы эш булыуы ла бик уңайлы, етмәһә, ауылға ла яҡын. Өйләнешкәс, икебеҙ ҙә Мораҡай ауылында тыуып үҫкәнгәме, ҡайҙалыр ситкә китергә тигән уй булманы. Тиҙ арала йорт һалдыҡ, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡул араһына инә башланы.

Ауылдаштарым староста булыуға ышаныс белдергәс, баш тартманым. Байым ауыл биләмәһе башлығы, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, мәктәп коллективы менән бергәләшеп проблемаларҙы уртаға һалып кәңәшләшәбеҙ. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү програм­маһы”нда йыл һайын ауыл биләмәһенең бер ауылы ҡатнаша, ә башҡа ауылдар уға ярҙам итә. Был тәңгәлдә лә эш алып барыла. Быйыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәргәс, яҙ башынан эш күп булды. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең ауыл халҡы берҙәм, сәмле һәм уңған, шуға күрә уларҙы тик әйҙәп, ниндәйҙер эште башлап ебәреү генә кәрәк. Ҡалғанын тиҙ арала үҙҙәре лә атҡарып сыға. Төҙөклән­дереү, йәшеллән­дереү өмәләре, төрлө саралар – барыһын да бергәләшеп атҡарып сығабыҙ. Ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ярҙам итә, ауылда яңы йорттар төҙөлә, йәш­тәр ауылға ҡайтып, йорт һала. Олораҡ­тар ҙа хаҡлы ялға сыҡҡас, атайҙарының нигеҙенә ҡайтырға тырыша. Ауылыбыҙ үҫә, матурая һәм йәшәрә, – ти ауыл старостаһы.

 

Умартасы Дим ағай

 

Башҡорт ир-азаматын атһыҙ, ҡурайһыҙ, ҡымыҙһыҙ күҙ алдына килтереп булма­ғандай, умартасылыҡтан  да айырып ҡарау  мөмкин түгел. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәрҙе бөгөн һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Берәүҙәр уға табышлы шөғөл итеп ҡарай, икенселәр өсөн был – күңел талабы, үҙҙәре лә, бал ҡорттары кеүек, умартасылыҡ серҙәрен өйрәнеүҙән туҡтамай. Мораҡай ауылында ла күңел ҡушыуы буйынса ошо эш менән шөғөлләнгән кеше менән таныштыҡ.

Быйылғы йыл үҙенсәлекле килде: ҡапыл йылытып ебәрә, артынса ел иҫеп, һыуытып та ала. Уйламағанда ҡойоп ямғырҙар яуа, аҙаҡ эҫетә. Тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Йүкә урмандары, ебәк күбәләгенән зыян күреп, япраҡһыҙ ҡалды, шуға күрә оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Дим Фәтхуллин да быйыл ҡорттарын үҙ баҡсаһынан ҡырға алып сыҡмаған. “Бал ҡорттары егәрле, үҙҙәренә кәрәкле балды әллә күпме километр ара үтеп тә туплай ала, тик бал ғына аҙыраҡ булыр инде”, – тип борсола ул.

Дим Фәтхуллин 40 йылдан ашыу ҡорт­солоҡ менән шөғөлләнә. Йәштән ҡыҙыҡһы­ныуы уны Михайловка умартасылыҡ учи­лищеһына алып килә, унда 1981 – 1982 йылдарҙа белем ала. Шул ваҡыттан алып, төп эшенән башҡа, ҡортсо һөнәрен дә үҙ итә.

– Ҡорттарҙы үҙем өсөн генә тотам, шуға күрә умарталарым да күп түгел. Йыл һайын 10 умартанан артмай, быйыл ике умарта насар ҡышланы, әлегә һигеҙ умарта бар. Бәләкәйҙән Ғәзим улым, ҡорт ҡарашып, ошо эштең нескәлектәрен белеп үҫкәнгәме, үҙе лә ҡорт тота. Уның умарталары ла әлегә баҡсаһында. Бер тапҡыр бал һығып алһаҡ, ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә бал йыйыр өсөн умарталарҙы ҡырға алып сығырға ине, – ти Дим Зәбир улы.

 

 ***

Ниндәй генә ауылға барма, уның төп байлығы – эшсән, уңған халҡы, матур, өлгөлө ғаиләләре, йәштәрҙең атай-нигеҙенә хыянат итмәй, төпләнеп ҡалыуҙары. Мораҡай ауылы халҡы егәрле, йәш ғаиләләр ауылда төпләнә, барыһы ла эшле һәм ашлы, береһе лә вахта ысулы менән Себер тарафтарына йөрөмәй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Иң беренсеһе – юл проблемаһы. Тәү ҡарашҡа юл әллә ни оҙон түгел кеүек. Мораҡай – Аһылай, Мораҡай – Байым юлдарына ла асфальт һалыу күптән өлгөргән мәсьәлә­ләрҙең береһенә әйләнгән, тик һаман юлдар шул көйөнсә ҡала килә. Икенсенән, нисәмә йыл инде ауыл янындағы Мораҡай тигән яҙыуҙың юлда дөрөҫ урынлаштырылмауы сәбәпле, ауылға саҡырылған “Ашығыс ярҙам”, “Янғын һүндереү” машиналары бөтөнләй икенсе яҡҡа, урман эсенә инеп китеп, ауылды таба алмай интегә. Сирленең ғүмере өсөн һанаулы минуттар хәл ителгән ваҡытта “Ашығыс ярҙам”дың һуңлап ҡалған осраҡтары ла бар. Маршрут автобустары ла, ауылды үтеп, бер талай барғандан һуң туҡтап, пассажирҙарҙы юлда төшөрөп китә. Ә инде йәйәүлегә янсыҡ та ауыр икәнен үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр...

 
Кәримә УСМАНОВА

Әбйәлил районы.

“Сирень” кафеһы хужаһы Земфира Мәғәсүмова.
Дилә менән Линар Насибуллиндар ғаиләһе.
Иң оҫта буҙа ҡойоусы Тәғзимә Мөхәмәтйәрова.
Иҫке клубта өмә бара.
Уҡытыусы Рушания Ғаззалова уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер.
Умартасы Дим Фәтхуллин.
“Сирень” кафеһы хужаһы Земфира Мәғәсүмова.
Читайте нас