Йәмғиәт
22 Август 2023, 17:00

Һәр дәүерҙә - яңырыу символы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә Рәсәй флагы көнө айҡанлы пост ҡуйған. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар.

Һәр дәүерҙә - яңырыу символыҺәр дәүерҙә - яңырыу символы
Һәр дәүерҙә - яңырыу символы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә Рәсәй флагы көнө айҡанлы пост ҡуйған. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар:

“Бөгөн илебеҙ Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөн билдәләй. Уның төҫтәрендә күп быуатлыҡ тарихыбыҙ, быуындарҙың үткәндәрҙәге, хәҙерге һәм киләсәк ваҡиғаларҙы бәйләгән традициялары сағыла!

Флаг беренсе тапҡыр Петр I ҡушыуы буйынса һауаға күтәрелгән. Ул дәүләт суверенитетының,  халҡыбыҙҙың ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша бөйөк илде барлыҡҡа килтереүен сағылдырған символға әүерелде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Петр дәүерендә лә, ХХ быуаттың 90-сы йылдары башында ла ул киң ҡоласлы яңырыуҙарҙы кәүҙәләндерә.

Бөгөн Рәсәй йәнә трансформация тупһаһында. Беҙгә уның технологик суверенитетын тәьмин итергә кәрәк, сөнки милли үҫеш уға туранан-тура бәйле. Бындай юғары маҡсаттарға өлгәшеү илебеҙ өсөн күп полярлы донъяла алдынғы позицияларға трамплин булып торасаҡ һәм рәсәйҙәрҙе тағы ла нығыраҡ берләштерәсәк.

Беҙҙең бурыс  –  ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡаҙаныштарға ихтирам менән ҡарау, тыуған еребеҙ һәм икһеҙ-сикһеҙ Тыуған илебеҙ мәнфәғәтендә эшләү.

Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар! Дәүләт флагы көнө менән!”

Фото: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас