

Ололарҙың һөйләгәне йыш ҡына иҫкә төшә. Ер-һыу атамаларын заманында Мәләүез районының “Нөгөш” колхоз осоронда ашнаҡсы булып эшләгәндә 2-се бригада бригадиры Ғәйзулла Иманаев, Әхмәтшәриф Ҡотлосурин, Мөхәрләм Байгилдин, Зыяитдин Ҡотлобаев, Насир Бураҡанов, Ралин Ғарифуллин, Ғизетдин Килмәков ағайҙарҙың һөйләүе буйынса яҙып алдым.
Шәрип ауылы Нөгөш йылғаһының уң яғында, әлеге Александровка ауылы янында булған, ул Тәүәкән ауылы тип аталған. Тау башында әле лә зыяраттың аҡ таштары ята. Тәүәкән ҡарт ерен урыҫтарға һатҡас, Шәрип бабай, намыҫланып, Нөгөш йылғаһының һул яғына күсеп ултырған. Шәрип ауылы бик ҙур булған. 1921 йылда һыу ташҡас, халыҡ Бәләкәй Шәрип тип аталған ергә күскән. Беҙ үҫкәндә ауылыбыҙ 25 өйлө генә ине, Нөгөш буйында мәсеттең нигеҙ таштары ла һаҡлана ине әле.
Беҙ, һигеҙ бала, Бәләкәй Шәрипкә йөрөп уҡыныҡ. Нөгөш йылғаһының уң яғында Ҡыйғас исемле тауҙа ике йырыны янында йылан иләүе була торғайны. Ҙурайғас, ноҡот, селек, сейә үҫкән шул туғайҙарҙа еләк йыйырға йөрөй торғайныҡ.
Ҡыйғас тауының иҫтәлектәре лә байтаҡ. 1939 йылда ҡояш байыр алдынан көслө дауыл ҡуптарылды ла, тау аҫтындағы күп-күк күлдән аждаһа күтәрелеп, Бағра тауы яғына китте, тип өлкәндәр һөйләр ине. Ҡыйғас тауы битләүендә “аҡ таш” ятҡан булған, шул ташҡа әрмегә киткәнсе Әхмәҙи бабайымдың игеҙәк малайҙары исемдәрен яҙған. Таштимер һәм Сынтимер Ҡотлоғужиндар өйләнеп икеһенең дә улдары тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында Таштимер ағайым разведка ротаһында командир булып хеҙмәт иткән, икеһе лә яуҙа башын һалған. Әсәйем Таштимер ағайымдың хаттарын һаҡламағанға ныҡ үкенде.
Үҫмер саҡта ауыл уртаһындағы тауҙан ҡышын сана шыуырға ярата инек. Ауыл уртаһында Ғәйниямал менән Бәғизә инәйҙең өйө араһында Кейекбай күле бар ине. Уның эргәһендәге ҡарт өйәңке йығылып, ҡабаттан тамыр ебәргәнлеге хәтерҙә ҡалған.
Баҡса аръяғында Два йырымы, унан арыраҡ Һалабаш күле, Түбәнге Һаҙ, Үрге Һаҙ, Һиҙиәт, Ваһап, Ташлы күле йәйрәп ята ине. Ҡама (Ҡотлобулат) ауылы менән сиктәш Оҙон ҡыуаҡ тигән ерҙән әрәмәлектән Кәртә ҡыуаҡ эргәһендә 1960 – 1965 йылдарҙа аҡ ҡайындар ултыртылды. Шул йылдарҙа ҡайһы бер ауыл кешеләре Бәләкәй Шәрип ауылында төпләнде. Йылға буйындағы үҫеп сыҡҡан Аҫрау уҫаҡлығын, ноҡот, селек, өсҡат, умырзая, әсе йыуа үҫкән Ҡыҙҙар тауын, уның битләүендәге Суҡай ташты өлкәндәр әле лә иҫләйҙер.
Хәҙерге ауыл урынын Ҡырынбикә тип йөрөтәләр ине. 1939 йылдарҙа ултыртылған сәскә ағас, Суҡ ҡыуаҡ туғайҙарын, Бабай, Әбей ҡыуағын әле лә иҫләүселәр барҙыр. Ғәлиә тауы янында Әлмәкәй ауылы булған. Аҡ-ҡыр буйында ҡар иреп бөтмәйесә, боронғолар сәсеүлеккә төшмәгән.
Ауылымдың урынлашҡан еренән йыраҡ түгел бик хозур Мулла ҡырсыны туғайы бар, Һарыҡташ тауы күренә. Алыҫтан ағарып таш күренгәнгә, уға шундай исем биргәндәр. Аҫта, Нөгөш яры буйында, Ҡыҙыл Яр исемле ауыл бар ине, хәҙер ул бөттө. Унан алыҫ түгел Бағры тауы итәгенән Иҫке Ырма туғайы йәйрәп ята. Оло юлдан бара бирһәң, Сусҡа, Чапай төбәһе, Аҡсарлаҡ күле, Низаҡ ҡыуағы күренә. Ваҡ ҡыуаҡтар араһында Һөлөк күле булған, ҡыҙғанысҡа, хәҙер ҡороған. Уның тирәһендә йыуа, андыҙ, балтырған, ҡуҙғалаҡ, балан, йәмшегән, муйыл ағасы үҫә.
Әсе буйында ерек ағастары араһынан баш алған балыҡҡа бай Оҙон тирәк тигән шишмә аға ине. Унан арыраҡ тағы бер шишмә ҡыш та туңмай селтерләп ағып ята, йүкәлек сәскә атһа, хуш еҫле бал еҫенә баштар әйләнә. Ғөмүмән, был яҡ шишмәләргә бай. Тирәк уй тигәне таллыҡтағыһы менән бергә ҡушылып, Ҡылы йылғаһы булараҡ, Арыҫлан ауылы янында Нөгөш йылғаһына ҡушыла.
Ҡыҙрай ауылынан йыраҡ түгел Ғәлә, Ҡулҡа тауҙары теҙмәһе бар. Йәйен ҡайын, имәнлек ағастары йәшеллеккә күмелә, сейә, ҡурай еләгенең күплеге хайран итерлек була торғайны. Ҡушҡайын, суҡма яланында һирәк үҫә торған үҫемлектәрҙән һарына, оҫҡон, тау йыуаһы, балтырған, һары мәтрүшкә, орхидея гөлө, андыҙ, шалфей бар. Унан йыраҡ түгел Нөгөш йылғаһы буйында данлыҡлы Арыҫлан ауылы урынлашҡан.
Беҙҙең тыуған еребеҙҙең матурлығы тураһында нәфис фильм төшөрөрлөк ул, ҡәҙерен генә белергә кәрәк.
Гөлгөнә КАЗАНОВА
Мәләүез районы.