Йәмғиәт
23 Август 2023, 09:15

Ауыл уҡытыусыһының тәьҫораттары

Йәштәргә эш эҙләргә тура килмәйәсәк, ә эш уларҙы үҙе табасаҡ...

Ауыл уҡытыусыһының тәьҫораттарыАуыл уҡытыусыһының тәьҫораттары
Ауыл уҡытыусыһының тәьҫораттары

Баймаҡтан килгән уҡытыусы “Йәштәр йыйыны-2023” форумы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Нурзилә Аҙнағолова – Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында математика һәм информатика уҡытыусыһы. Ул – колледж директорының тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе.

– Бында уҡыусыларымды алып килдем. Студенттар советы эшмәкәрлегенә яңылыҡтар индерергә, ирекмәнлек эшмәкәрлеген нығыраҡ йәйелдереү өсөн бында яңы алымдар өйрәнергә, тәжрибә уртаҡлашырға килдек. Белемемде камиллаштырырмын, тип өмөтләнәм. Студент йылдарымдан йәмәғәт тормошоноң үҙәгендә булдым. Уңышҡа өлгәшеү өсөн алдынғы булырға, белемгә ынтылырға, үҫешергә кәрәк. Шул саҡта ғына йәштәргә эш эҙләргә тура килмәйәсәк, ә эш уларҙы үҙе табасаҡ, – тине Нурзилә.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Бөрйән районында “Йәштәр йыйыны-2023” Волга буйы федераль округының граждандар форумы үтә. Унда Башҡортостан, Волга буйы федераль округы йәштәре, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Удмурт, Татарстан республикаларында, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында уҡыған Башҡортостан йәштәре ҡатнаша.

 

Фотолар: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

 

 

 

 

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас