

“Йәштәр йыйыны-2023” граждандар форумы сиктәрендә ауыл йәштәре өсөн майҙансыҡ эшләй.
Баш спикер – Рафиҡ Аникеев, “Рәсәй ауыл йәштәре союзы” Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе, аграр университет уҡытыусыһы.
– Бөгөн беҙ бөтә республиканан ауыл йәштәрен йыйҙыҡ. Башҡорт дәүләт аграр университеты, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы вәкилдәре, республика райондары хакимиәттәренән йәштәр бар. Спикерҙар булып Мәскәүҙән – Рәсәй ауыл йәштәре союзынан, РФ агросәнәғәт комплексы профсоюзынан, шулай уҡ, Ауыл хужалығы министрлығынан эксперттар сығыш яһаны, – ти Рафиҡ Аникиев. – Бөгөн беҙ йәштәрҙең ауылдарҙы үҫтереүҙәге роле буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Ауыл өсөн кадрҙарҙы ҡайҙан алырға һәм эшкә урынлашырға кәрәклеге тураһында фекер алыштыҡ. Йәштәрҙе “Ауыл өсөн кадрҙар” тип аталған Рәсәй программаһы менән таныштырҙыҡ. Шулай уҡ. ауыл йәштәре өсөн ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында һөйләнек. Форумсылар алдында Башҡорт дәүләт аграр университеты проректоры ла сығыш яһаны, ул төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе студенттарға ярҙам итеү өсөн университетта тормошҡа ашырылған саралар тураһында һөйләне. Беҙ йәштәрҙең ауылда йәшәргә теләүен күрәбеҙ. Һәр йәш кешенең үҙ тыуған илен үҫтерергә теләүе лә яҡшы, ә беҙҙең төп бурыс – бөгөн ауылда йәшәргә һәм үҫешергә мөмкинлек биргән ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт еткереү, – тип йомғаҡ яһаны спикер.
Фотолар: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.