Йәмғиәт
23 Август 2023, 12:05

Башҡортостанда ғәҙәти булмаған объект барлыҡҡа килеүе ихтимал

Скейт-майҙансыҡты төрлө төҫтәргә буярға тәҡдим ителде

Башҡортостанда ғәҙәти булмаған объект барлыҡҡа килеүе ихтималБашҡортостанда ғәҙәти булмаған объект барлыҡҡа килеүе ихтимал
Башҡортостанда ғәҙәти булмаған объект барлыҡҡа килеүе ихтимал

22-25 августа Бөрйән районында үткән “Йәштәр йыйыны-2023” Волга буйы федераль округының IV граждандар форумы майҙансыҡтарының береһе – Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы. Унда теләгән һәр кем үҙ белемен камиллаштырып, файҙалы белем туплап ҡына ҡалмай, ә үҙ проекттарына финанс ярҙам да алыу мөмкинлегенә эйә.

Уларҙың береһен Өфөнөң Дим районы мәҙәниәт, йәштәр һәм спорт бүлегенең әйҙәүсе белгесе Яна Губиева тәҡдим итте. Ул булған скейт-майҙансыҡты төрлө төҫтәргә буярға тәҡдим итә. Уның әйтеүенсә, бөгөнгө көндә, ул һоро төҫтәрҙә һәм матур күренмәй.

 

Фотолар: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас