

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев IV Йәштәр йыйыны сиктәрендә төбәктең ҡала һәм райондарынан “Беренселәрҙең хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары менән осрашты.
– Республикабыҙҙа йәштәр форумы яңылыҡ түгел, тип билдәләне Урал Килсенбаев. - Башҡортостанда уҙған ошондай сараларҙа йәштәр үҙҙәренең һөнәрен һайлай, тормошта үҙ юлын билдәләй, аралаша, таныша. Әлбиттә, бөгөнгө форумдың бөтә һөҙөмтәләрен дә һанап сығып бөтөп булмай, сөнки улар бик күп. Бөгөнгө быуындың патриотик ҡарашта булыуы ҡыуаныслы. Шәхсән, үҙем бында мин бик күп ҡыҙыҡлы кешеләрҙе осраттым. Был миңә, бындай йәштәр менән беҙҙе яҡты киләсәк көтә тигән һығымта яһарға мөмкинлек бирә.
Фото: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.