

"Беҙ бергәләп Башҡортостанды үҫтерәбеҙ" - ти «Йәштәр йыйыны-2023»форумында ҡатнашыусылар.
Виктор Кузнецов һәм Дана Моратова “Йәштәр йыйыны-2023” граждандар форумына Өфөнән килгән. Уларҙы медиа өлкәһе ҡыҙыҡһындыра, сөнки бөгөн ул аралаша белеү һәр эштең уңышының төп факторы булып тора.
– Мин “Йәш гвардия” хәрәкәте ағзаһы, – ти Виктор Кузнецов. – Беҙҙең үҙ медиа-платформабыҙ бар. Тәүге ике көндән алған тәьҫораттар иҫ киткес. Ҡыҙыҡлы спикерҙар, ойоштороусылар, ирекмәндәр һәр нәмәлә ярҙам итә. Медиа-сәйәсәт һәм социаль өлкә һәр кем өсөн мөһим тема. Быны мотлаҡ өйрәнергә кәрәк.
Фотолар: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.