Йәмғиәт
23 Август 2023, 10:20

Өфө студенты ауыл стереотиптарына ҡаршы

Минеңсә, ауыл ерендә лә йәш кешеләр лайыҡлы йәшәй ала, – ти Аделина.

Өфө студенты ауыл стереотиптарына ҡаршыӨфө студенты ауыл стереотиптарына ҡаршы
Өфө студенты ауыл стереотиптарына ҡаршы

 

Ошо көндәрҙә Бөрйән районында Барған Волга буйы Федераль округының IV Йәштәр форумында Башҡорт аграр университетының беренсе курс студенты Аделина Йәшелбаева ла барҙы. Ул йәмәғәт туҡланыуы технологына уҡый, ә быға тиклем Ауырғазы колледжын тамамлаған һәм ашнаҡсы-кондитер һөнәренә эйә.

 

Аделина бындай форумда беренсе тапҡыр ҡатнаша. Шуға күрә, ул сараның ҙурлығына һәм Бөрйән районының тәбиғәтенә һоҡланыуын белдерҙе. Шулай уҡ, ул бында бик күп файҙалы мәғлүмәт һәм яңы таныштар тапты.

 

Бынан тыш, Аделина, йәштәрҙең ни өсөн ауыл еренә күсергә ынтылмауы тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренсә, төпкөл ауылдарҙың кире образын формалаштырыуҙа стереотиптар ҙур роль уйнай, башлыса, күбеһе, инфраструктура юҡ, кәрәкле уңайлыҡтар юҡ, ҡалаларҙан алыҫ, тип иҫпләй.

– Ысынында иһә был дөрөҫ түгел, тип уйлайым, – ти ул. – Минеңсә, ауыл ерендә лә йәш кешеләр лайыҡлы йәшәй ала. Мин үҙем Учалы районынан, ауыл мәктәбендә уҡыным. Ҡалала йәшәрменме, йәки ауылдамы, уныһы ваҡыт һорауы.

 

Фотолар: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас