

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Бөрйән районы биләмәһендә күләмле сара – Волга буйы федераль округының “Йәштәр йыйыны-2023” граждандар форумы үтә. Сарала Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында белем алған йәш кешеләр, шулай уҡ, Волга буйы федераль округы төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша.
PR-технологиялар һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш темаһы буйынса проекттарҙы тормошҡа программаларында Башҡортостандың билдәле журналисы Елена Арямнова ҡатнашты.
– Бөгөн “Йәштәр йыйыны-2023” форумы сиктәрендә “Медиа трендтар” майҙансығы эшләй башланы. Унда журналистика, йәмәғәтселек менән бәйләнеш, социаль селтәрҙәр менән мауығыусы 50-нән ашыу йәш кеше ҡатнашты. Башҡортостандың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан, шулай уҡ, Волга буйы федераль округының йәштәр ойошмаларынан сығыш яһанылар, – тип һөйләне Елена Арямнова.
Спикер форумсылар менән йәштәр эшмәкәрлеген нисек яҡтыртырға, Мәғлүмәтте нисек дөрөҫ тапшырырға, уны нисек уҡымлы итергә кәрәклеге хаҡында әңгәмәләште.
Фото: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.