

Бөрйән районында Волга буйы федераль округының “Йәштәр йыйыны-2023” IV граждандар форумы үҙ эшен дауам итә
Бөгөн форум сиктәрендә төрлө йүнәлештәр буйынса туғыҙ платформа эшләне. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында “Беренселәр хәрәкәте” бүлексәһе вәкилдәре өсөн “Мәктәп үҙидаралығы” платформаһы эшләне. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев төбәктең ҡала һәм райондарынан “Беренселәрҙең хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары менән осрашты.
“Ауыл йәштәре” форумының туғыҙ майҙансығының береһе агросәнәғәт комплексының йәш вәкилдәре өсөн ойошторолған. Ауыл халҡына ҡағылышлы төрлө проблемалар күтәрелде. Мәҫәлән, йәштәр ни өсөн ауылда йәшәмәй, тигән фекерҙәре менән уртаҡлашты форумда ҡатнашыусылар. Мәктәптәр ябыла, юлдар насар һәм башҡалар — инфраструктураның үҫешмәүенең төп сәбәптәре былар.
Шулай ҙа күп кенә йәштәрҙең ауылда йәшәргә теләүҙәре асыҡланды.
Мәҫәлән, Бөрйән районынан йәш пар Ишбулат Байшегуров менән Азалия Назарова туристик бизнес менән шөғөлләнә. Улар, Бөрйән районы тап ошо йүнәлеште үҫтереү өсөн булдырылған, тип иҫәпләй.
Фотолар: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.