

Форумда бер майҙансыҡ “Ауыл йәштәре” тип аталды. Ул – агросәнәғәт өлкәһенең йәш вәкилдәре, ауыл йәштәре өсөн эшләне һәм ауыл еренә ҡағылышлы төрлө проблемалар тикшерелде. Атап әйткәндә, ҡатнашыусыларға бөгөнгө көндә үҙҙәренең ауылдары нисек булыуын һәм 5-10 йылдан һуң уның ниндәй буласағын күҙ алдына килтерергә тәҡдим ителде.
– Беҙҙең ауылда хәл бигүк яҡшы түгел, – тине ҡатнашыусыларҙың береһе. – Балалар баҡсаһы һәм мәктәп ябылған, һөҙөмтәлә балаларға күрше ауылға барырға тура килә. Йәштәр аҙ, кешеләр башҡа төбәктәргә аҡса эшләргә китә. Яҡын киләсәктә йәштәр бөтөнләй ҡалмаҫ, тип уйлайым.
Умартасылыҡ өлкәһендәге эшҡыуар, ауылдарҙың төп проблемаһы - алкоголизм, тип белдерҙе. Быны ул үҙенең эшмәкәрлегенән миҫал килтереп нығытып ҡуйҙы: уның хеҙмәткәре, ике аҙна эшләп, эш хаҡы алып, шунда уҡ алкоголле эсемлектәргә тотона икән.
Бөрйән районы вәкиле иһә уларҙың ауылында йәштәр эсмәй һәм эшләр урындары, шөғөлдәре бар тип белдерҙе.
Шулай итеп, был платформала ауылдарҙың төп проблемалары һыҙыҡ өҫтөнә алынып, уларҙан сығыу юлы эҙләнде. Бигерәк тә илдә, республикала ауыл хужалыҡтарын үҫтереү буйынса төрлө программалар эшләп килә тип бер һығымтаға килде улар.
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.