Йәмғиәт
23 Август 2023, 06:05

Республика йәштәре Евразия студенттар кампусын нисек күҙ алдына килтереүҙәрен һөйләне

Форумда ҡатнашыусылар был объектты үҫтереү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Республика йәштәре Евразия студенттар кампусын нисек күҙ алдына килтереүҙәрен һөйләнеРеспублика йәштәре Евразия студенттар кампусын нисек күҙ алдына килтереүҙәрен һөйләне
Республика йәштәре Евразия студенттар кампусын нисек күҙ алдына килтереүҙәрен һөйләне

Сараға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында белем алған Башҡортостандан сыҡҡан йәштәр берләшмәһе вәкилдәре йыйылды.

– Форум дүртенсе тапҡыр үткәрелә, быйыл тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәте вәкилдәре һәм ойошмалары белгестәре өсөн тематик смена планлаштырҙыҡ, – тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. – Йәш быуын өсөн был форум һөнәри яҡтан үҙеңде үҫтереү, тәжрибә туплау ғына түгел, шулай уҡ үҙ проектың өсөн финанс ярҙамы алыу мөмкинлеге лә.

Форум сиктәрендә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын үҫтереүгә арналған стратегик сессия үтте.

Форумда ҡатнашыусылар был объектты үҫтереү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

 – Евразия кампусының йыһазландырыуы ниндәй булырға тейеш?

 – Спорт залы, чил-зона, коворкинг, бассейн, бушлай психолог, буфет, китапхана, технопарк, лабораториялар, конференц-залдар, кондиционерҙар, ижад кабинеттары, студияһы, намаҙ уҡыу урындары, лингафон кабинеты, ҡатнашыусылар өсөн бүлмәләр, гардероб – бөгөн иң көнүҙәк йүнәлештәр.

– Юғары уҡыу йорттары алдында ниндәй бурыс тора тип уйлайһығыҙ?

– Студенттарҙы практикаға ебәреү һәм кампусты шуның менән популярлаштырыу. Ә студенттарҙың һәм ойошмаларҙың бурыстары – экскурсиялар үткәреү, сараларҙа ҡатнашыу, яңы бәйләнештәр, йәш белгестәр эҙләү, сит илдә стажировкалар ойоштороу.

Медиайыйында ҡатнашыусылар шулай уҡ бөгөн медицина һәм иҡтисад кеүек йүнәлештәрҙе үҫтереү бик мөһим тип иҫәпләй.

Фотолар: БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас