

Йәйҙең һуңғы көндәре Волга буйы федераль округы йәштәре өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Бөрйән районының Һабантуй яланында уҙған “Йәштәр йыйыны-2023” граждандар форумына мең ярым кеше йыйылды. Бындай мәртәбәле сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе, йыйында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, әүҙем ирекмәндәргә “Башҡортостан ирекмәне” почет билдәһен тапшырҙы, йәштәр менән ихлас аралашты.
– Ысын күңелдән әйтәм: һеҙ – иң яҡшы йәштәр. Аҡыллы, маҡсатҡа ынтылыусанһығыҙ. Беҙ, өлкәндәр, һеҙҙе бик яратабыҙ һәм тормошоғоҙҙоң матур, сағыу булыуын ысын күңелдән теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта һеҙ – дәүләтебеҙҙең, Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың таянысы ла. Кемдәрегеҙҙер киләсәктә беҙҙең ҡулыбыҙҙан хеҙмәт әләмен ҡабул итеп аласаҡ һәм илебеҙҙе артабан алға алып барасаҡ, шуға күрә, ҡыйыу булығыҙ, үҫегеҙ, ижад итегеҙ, нығынығыҙ, абынып-ҡолаһағыҙ ҙа, һәр ваҡыт ҡайтанан тороғоҙ, һеҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ!
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев форумдың юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм сарала күтәрелгән темаларҙың көнүҙәклеген билдәләне.
– Йәштәр һаны буйынса ҡарағанда, Башҡортостан – Волга буйы федераль округында беренсе урында. Бында йәштәр сәйәсәте бик көслө, һәр йәш кешенең шәхси үҫеше өсөн яҡшы шарттар булдырылған, – тине Олег Машковцев. – Бөгөн дә “Йәштәр йыйыны”ның ҙур, төбәк-ара проектҡа әүерелеүен күрәбеҙ. Радий Фәрит улы, ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Форумдың эш йүнәлештәре илебеҙҙең киләсәге өсөн ысын мәғәнәһендә көнүҙәк. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бында дуҫтар табып, белем һәм яңы көс алыуҙарын теләйем.
Йыйын туғыҙ платформаға бүленде, унда алдан теркәлгән йәштәр ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы форумында “Атайсал” платформаһын ойошторған, унда Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Һамар, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында уҡып йөрөгән, Башҡортостандан сыҡҡан йәштәр ҡатнашты. Улар республика етәкселеге менән осрашыуҙа практикаға ла, артабан вузды тамамлағас та республикаға ҡайтып төпләнеү тураһында әңгәмә ҡорҙо. Шул иҫәптән федераль гранттар алыу өсөн республика Хөкүмәтенән ярҙам саралары, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыу, күрше өлкәләрҙә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре булдырыу һәм башҡа күп төрлө мәсьәләләр күтәрелде.
Йыйында мәктәп уҡыусыларының, юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттарының үҙидаралыҡтары, медиа-трендтар, ауыл йәштәре, йәштәр сәйәсәте кадрҙары, студенттарҙың турист слеты, эшләп йөрөгән йәштәрҙең “Бейеклектә” ижади фестивале, “Атайсал” платформалары эшләне.
Фотолар: БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.