Йәмғиәт
24 Август 2023, 16:25

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре

– Ике музей араһында хеҙмәттәшлек ептәре йылдан-йылдан нығый, – тине Наталья Лапшина.

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәреСанкт-Петербургта Башҡортостан көндәре
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре

Санкт-Петербург ҡалаһындағы Арктика һәм Антарктида Рәсәй дәүләт музейында "Башҡортостан диңгеҙселәре Ватанға хеҙмәттә!" тигән В.И. Альбанов исемендәге Ҡотопсолар күсмә күргәҙмәһе асылды. Бер үк ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан көндәренә старт бирелде.

Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина әйтеүенсә, Башҡортостан диңгеҙҙәрҙән йыраҡ урынлашҡан, ә ҡотопсолар музейы беҙгә оазис ролен үтәй. Ул ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ, хыялдар тураһында һөйләй. Санкт-Петербургтағы күргәҙмә экспозициялары Арктика салоны менән тап килеүе үҙенсәлекле.

– Ике музей араһында хеҙмәттәшлек ептәре йылдан-йылдан нығый, – тине Наталья Лапшина. – Уның киләсәктә лә шулай булырына тамсы ла шик юҡ.

Фото: Башҡортостан Конгресс-бюро.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас