Йәмғиәт
24 Август 2023, 10:30

“Йәштәр йыйыны”ның “Атайсал” платформаһында лекциялар үтте

“Без башҡортлар” хәрәкәте активисы Альберт Исмәғил шәжәрә төҙөү серҙәре менән уртаҡлашты.

“Йәштәр йыйыны”ның  “Атайсал” платформаһында лекциялар үтте“Йәштәр йыйыны”ның  “Атайсал” платформаһында лекциялар үтте
“Йәштәр йыйыны”ның “Атайсал” платформаһында лекциялар үтте

“Атайсал” майҙансығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Юлдаш Йосопов һәм "Юлдаш" радиоһының өлкән мөхәррире Илнур Рамазанов модератор булды.

Шулай уҡ РФ Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан юлдаш телекомпанияһының Мәскәүҙәге махсус хәбәрсеһе, медиаэксперт Гөлнара Абдрахманова, БР Фәндәр академияһының стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев, тарих фәндәре кандидаты Әхмәт Ярлыҡапов, “Айыҡ ауыл” конкурсы координаторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева сығыш яһаны. “Без башҡортлар” хәрәкәте активисы Альберт Исмәғил шәжәрә төҙөү серҙәре менән уртаҡлашты.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла платформалағы лекциялар бик оҡшаны.

Фотолар: Йәштәр гәзитенән.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас