

Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында күләмле мәҙәни ваҡиға - Башҡортостан Республикаһы көндәре асылды. Беренсе көн барышында ике яҡтың эшлекле даирәләре осрашыу үткәрҙе, унда 140-лап предприятие ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан тауарҙары йәрминкәһе, "Ҡаҙ һәм бал" гастрономик фестивале, Дәүләт академия капеллаһы биләмәһендә мәҙәни программа ойошторолдо.
Төп программа башланыр алдынан кисә, 24 августа, Рәсәй дәүләт Арктика һәм Антарктика музейында Башҡортостандың В. Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейы әҙерләгән күргәҙмә асылды.
Өс көн буйы Санкт-Петербург башҡорт мәҙәниәте үҙәге буласаҡ. Ҡала халҡы, ҡунаҡтар төрлө майҙансыҡтарҙа Башҡортостандың уникаль йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша аласаҡ.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru