Йәмғиәт
25 Август 2023, 07:30

Башҡортостан музейынан - үҙенсәлекле күргәҙмә

Башҡортостан Ҡотопсылар музейы Нева ярындағы ҡалаға күргәҙмә алып килде. Был күргәҙмә Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәрен асыуға старт бирҙе

Башҡортостан музейынан - үҙенсәлекле  күргәҙмәБашҡортостан музейынан - үҙенсәлекле  күргәҙмә
Башҡортостан музейынан - үҙенсәлекле күргәҙмә

Санкт-Петербургтағы Рәсәй дәүләт Арктика һәм Антарктика музейыеда "Башҡортостан моряктары - Ватанға хеҙмәттә" тигән күсмә күргәҙмә асылды, уны республиканың В.Альбанов исемендәге Ҡотопсылар музейы алып килде.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы Санкт-Петербургтағы Башҡортостан Республикаһы көндәрен дә башлап ебәрҙе, тиергә була.
Сарала ҡатнашыусыларҙы БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина сәләмләне. Ул Арктика һәм Антарктика музейына йылы ҡабул иткәндәре, Өфө музейы меннә хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Беҙ ошо иң йәш музейыбыҙҙы бик яратабыҙ. Башҡортостан диңгеҙҙән алыҫ. Ҡотопсолар музейы беҙгә ҡаһарманлыҡ һәм хыял хаҡында һөйләгән утрау булыу тора, – тине Наталья Лапшина.
Арктика һәм Антарктика музейы директоры Наталья Петрова ике музейҙың хеҙмәттәшлеге үҫә барыуын, уны профессиональ һәм дуҫтарса мөнәсәбәт тип атарға мөмкин икәнен әйтте. Питерҙар «Альбанов уҡыуҙары»нда ҡатнаша, ә өфөләр Невалағы ҡалаға төрлө күргәҙмәләргә килә.
- Санкт-Петербург музейы менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бай тарихлы музейҙа уникаль тәүсығанаҡтар һаҡлана. Ул бөйөк кешеләр хаҡында һөйләй. Хеҙмәттәшлек итеүҙе мотлаҡ дауам итербеҙ,- тине Альбанов исемендәге музей етәксеһе Оксана Мальцева.
- Респуликабыҙҙан 45 меңләп егет флотта хеҙмәт иткән. 35 яҡташыбыҙ адмирал дәрәжәһенә күтәрелгән,- тип билдәләне БР Диңгеҙ йыйылышы рәйесе Юлай Моратов. - Ҡотопсолар музейы ҙур популярлыҡ яуланы һәм Башҡортостан менән диңгеҙ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытты.
Күргәҙмәлә Башҡортостандан сыҡҡан, хәрби хеҙмәттә ҙур уңыштар яулаған диңгеҙселәр ҙә ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Башҡортостандан килгән күргәҙмә музейҙа 30 сентябргә ҡәҙәр торасаҡ.

Сығанаҡ: vk.com/kulturarb

Башҡортостан музейынан - үҙенсәлекле  күргәҙмә
Башҡортостан музейынан - үҙенсәлекле  күргәҙмә
Башҡортостан музейынан - үҙенсәлекле күргәҙмә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас