Йәмғиәт
25 Август 2023, 14:40

Салауатта эштәр гөрләй

25 августа ҡалаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттарының төҙөлөш майҙансыҡтарында булды

Салауатта эштәр гөрләйСалауатта эштәр гөрләй
Салауатта эштәр гөрләй

Төбәк етәксеһе нефть һәм газ химияһы тармағы предприятиеларын төҙөү буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

 “Дога” финанс төркөмө 2023 йылдың апрелендә махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә нефть крекингы процесында алынған ҡалдыҡ газдарҙы эшкәртеү буйынса ҡоролмалар төҙөй башланы. Уларҙан иһә үҙ сиратында углеводородтар аласаҡтар. Был башланғыс 2019 йылдың майында ”Инвестиция сәғәте”ндә хупланды. Эшкәртеү өсөн сеймал “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһынан алына. Ә углеводородтар иһә илдәге ҡулланыусыларға ебәреләсәк.

“Алға” махсус иҡтисади зонаһының тағы бер резиденты – “Фарус-Синтез” ойошмаһы. Ул зона майҙансығында синтетик юғары майлы спирттар етештереүҙе булдырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Ул шәхси гигиена саралары, лак-буяу материалдары, пластификаттар, пестицидтар һәм ашламалар етештереү өсөн компоненттарҙың сит ил аналогтарын алмаштырырға мөмкинлек бирәсәк. 400 кешене эш менән тәьмин итәсәк завод 2025 йылда үҙ эшен башлай.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһының беренсе резиденты – “М Синтез” ойошмаһының төҙөлөш майҙансығында ла булды.

Төҙөлөш майҙансыҡтарын ҡарау йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу динамикаһын юғары баһаланы.

– Ҡасандыр бында бер нәмә лә юҡ ине, ә хәҙер нигеҙҙәр һәм производство корпустары әүҙем төҙөлә. Киләһе сәфәр ваҡытында биналарҙы һәм технологик ҡоролмаларҙы күрербеҙ тип уйлайым, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Төҙөлгән заводтар республиканың сәнәғәт флагманы – “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы менән кооперацияға инәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас