

26-27 августа Өфөлә Совет майҙанында "Геройҙар ваҡыты" Бөтә Рәсәй II патриотик йыр конкурсы үтә. Сара 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй геройы М. Шайморатовтың (1899-1942) тыуған көнөнә арнала.
Сараға илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусыларҙың килеүе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистарының сығышы көтөлә. Концерт программаһында "Геройҙар ваҡыты" еңеүселәре билдәле йырсылар, композиторҙар, продюсерҙар - Иван Замотаев, Игорь Демарин, Варвара һәм башҡа йондоҙҙар менән бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ.
Фото: Башинформ