Йәмғиәт
26 Август 2023, 05:00

Ауыр сирҙе еңеп, протезда боҙға сыҡты!

Тамашасылар көслө алҡыштар менән, күҙ йәштәре аша ҡаршы алды яратҡан спортсыһын...

Ауыр сирҙе еңеп, протезда боҙға сыҡты!Ауыр сирҙе еңеп, протезда боҙға сыҡты!
Ауыр сирҙе еңеп, протезда боҙға сыҡты!

Фигуралы шыуыусы Роман Костомаров, ауыр сирҙе еңеп, протездарҙа боҙға сыҡты. Ул Сочи ҡалаһында үткән Илья Овербухтың «Мөхәббәт хаттары» тип аталған боҙ шоуында тормош иптәше Оксана Домнинаның номерында ҡатнашты. Зал аяғүрә баҫып күҙ йәштәре аша, көслө алҡыштар менән ҡаршыланы фигуристы.

Ауыр минуттарҙа һәр ваҡыт янында булған, йәшәүгә көс биреп торған ҡатынына сикһеҙ мөхәббәтен белдереп, тамашасыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте Роман. Костомаровтың үлем менән яғалашып, ярты йылдан ашыу дауаланғандан һуң тәүгә боҙға баҫыуы был.

Ауыр пневмония арҡаһында, сир тәрәнгә китеп, ҡул суҡтарын, аяҡтарын киҫергә тура килә табиптарға. Шулай ҙа көслө рухлы спортсы ауырлыҡтарҙы еңә, бирешергә теләмәй. Июль башында дауахананан сыға һәм оҙайлы реабилитация үтә. Протездарҙа йөрөргә өйрәнә. Әйткәндәй, үҙенең күнекмәләрен социаль селтәргә һалып бара ул.

Иҫ киткес көслө рухлы, йәшәүгә ынтылышлы, барыбыҙға үрнәк булырлыҡ кеше! Киләсәктә конькиға баҫырына ла шик юҡ. Уңыштар теләйек көслө спортсыға!

Фото Роман Костомаровтың сәхифәһенән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас