Йәмғиәт
26 Август 2023, 09:50

Санкт-Петербург биләмәләре һоҡландыра

Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре Санкт-Петербургтың парк биләмәләре менән танышты.

Санкт-Петербург биләмәләре һоҡландыраСанкт-Петербург биләмәләре һоҡландыра
Санкт-Петербург биләмәләре һоҡландыра

Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә Санкт-Петербургта беҙҙең төбәктән төҙөкләндереү буйынса эксперттар Невалағы ҡаланың өс йәмәғәт киңлегендә: Исаакиев майҙанында модулле баҡсала, “Яңы Голландия” паркында һәм “Крестов утрауында флагшток” биләмәһендә булды.

Быйыл Ҡала көнөнә ҡарата асылған модулле баҡса Исаакиев майҙанындағы Зәңгәр күперҙә барлыҡҡа килде һәм рәсми булмаған “сад-трансформер” исемен алды. Уның ғәҙәти булмаған үҙенсәлеге шунда: бында бөтә үҫемлектәр ҙә тупраҡҡа түгел, ә айырым квадрат шаҡмаҡтарға ултыртылған һәм уларҙы төрлө тәртиптә күсереп йөрөтөргә мөмкин. Кинәйәләп формалаштырылған сәскәләр һәм ҙур ағастар махсус пластик һауыттарға ултыртылған, әйткәндәй, уларҙы урындағы етештереүселәр яһай. Баҡса булдырыуҙың бындай ысулы күперҙәге майҙансыҡты йәшелләндереү мөмкинлеген биргән, уны башҡа бер нисек тә үҙгәртеп булмаҫ ине. Уны булдырыусылар тарихи практикаға нигеҙләнгән: Петр I Йәйге баҡсаны төҙөгәндә ҡышҡы осорҙа экзотик үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн бер нисә оранжерея төҙөргә ҡарар иткән. Хәҙерге ваҡытта төҙөкләндереү буйынса белгестәр элекке тәжрибәне һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа заманса тенденцияларҙы берләштерҙе.

Айырым утрауҙа урынлашҡан “Яңы Голландия” паркы ла ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Петр I ваҡытында бында ағаслы караптар келәте урынлашҡан, ә территорияның бер өлөшөн диңгеҙ төрмәһе бинаһы биләгән, ул шулай уҡ “бутылка” тип йөрөткәндәр, (эске ихатаһы йомоҡ түңәрәк формала булған). XX быуатта утрау хәрби-диңгеҙ ведомствоһына ҡараған. 2000 йылдарҙа ғына бында граждандарҙы үткәрә башлайҙар.

Бөгөн бында йәшел газон бар, унда килеүселәр иркен ял итә ала, (ә ҡышын газон урынына каток яһайҙар), күп йыллыҡ үҫемлектәр менән үлән баҡсаһы, карап итеп эшләнгән балалар уйын майҙансығы. Ә реставрацияланған тарихи төҙөлөштәрҙә ресторандар, фудкорттар һәм магазиндар урынлашҡан.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре булған өсөнсө майҙансыҡ – “Крестов утрауында Флагшток” биләмәһе. Ул исемен “Газпром-арена”нан алыҫ түгел – заманса футбол стадионы янында урынлашҡан майҙан архитектура доминанты – Питерҙың “Зенит” клубы флагы менән 105 метрлыҡ флагштокаһы арҡаһында (флагтың үлсәме – 30 метрға 20 метр) алған. Бында концерт майҙансығы, фудкорттар, газондар йәйелгән, тиҙҙән йыл әйләнәһенә эшләгән бассейндар төҙөй башлаясаҡтар, Балтик диңгеҙе буйында биләмәне оҙон һырғалаҡҡа әйләндерергә планлаштыралар. Яҡында ғына ҙур карап формаһында төҙөлә башлаған “Лахта-үҙәк” урынлашҡан, ул бөгөн ҡаланың бөтә нөктәләренән тиерлек күренеп тора, уның бейеклеге – 462 метр. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Санкт-Петербург хөкүмәте бизнес-партнерҙар менән бергә ҡаланың яңы “диңгеҙ фасадын” булдырыу өсөн Балтика яр буйы линияһын эҙмә-эҙлекле төҙөкләндерә.

Көндөң икенсе яртыһында Башҡортостан делегацияһы ағзалары тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Санкт-Петербургтан хеҙмәттәштәре менән осрашты. Мәҫәлән, ҡунаҡтар Башҡортостандың ихата биләмәләрен төҙөкләндереү һәм БР ҡалаларын үҫтереү институтын үткәргән социологик тикшеренеүҙәр хаҡында һөйләне. Төньяҡ баш ҡаланан уларҙың коллегалары үҫеш аша һаҡлау принцибына нигеҙләнгән тәжрибәһе менән таныштырҙы.

Санкт-Петербургты төҙөкләндереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Лариса Канунникова билдәләүенсә, ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен булдырыуҙың төп принцибы – һәр биләмәне проектлағанда шәхси ҡараш. Уның тамырҙары тәрән: Петр I үҙе – Невалағы ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе – һәр йорттоң үҙенең йөҙөн булыуын теләгән. Шуға күрә заманса төҙөкләндереүселәр ҙә, территорияларҙың тарихи контексын һаҡлап ҡалып, дөйөмләштереүҙән китергә ҡарар иткән.

Һуңғыһы айырыуса мөһим: ҡала биләмәһендә туғыҙ меңгә яҡын мәҙәни мираҫ объекты бар, һәм уларҙа ниндәй ҙә булһа эште ҡаты талаптарҙы иҫәпкә алып ҡына башҡарырға мөмкин. Санкт-Петербургтағы архитектура һәм скульптура ҡомартҡыларын реконструкциялау тураһында Дәүләт контроле, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Александра Комиссарова һөйләне. Шуныһы ҡыҙыҡ, бөгөн Комитет ҡарамағында, шул иҫәптән 1866 торлаҡ йорт бар һәм уларҙы төҙөкләндергән осраҡта ла тарихи күренеште һаҡлап тергеҙергә тырышалар.

Осрашыуҙы Санкт-Петербургта уңайлы ҡала мөхитен булдырыу мәсьәләләре буйынса компетенциялар үҙәге вәкилдәре ойошторҙо.

Александр Данилов фотолары. 

Санкт-Петербург биләмәләре һоҡландыра
Санкт-Петербург биләмәләре һоҡландыра
Санкт-Петербург биләмәләре һоҡландыра
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас