Йәмғиәт
27 Август 2023, 13:35

Санкт-Петербург белгестәренән ярҙам

Төньяҡ баш ҡалаһында Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Санкт-Петербург белгестәренән ярҙамСанкт-Петербург белгестәренән ярҙам
Санкт-Петербург белгестәренән ярҙам

Төньяҡ баш ҡалаһында Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһындағы протоколға БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Санкт-Петербургтың мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Елена Раздорская ҡултамғалар ҡуйҙы.

Тантанала Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы һәм күсемһеҙ милек мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге менән бергә Евразия күсмә цивилизациялар музейы ҡатнашты. Улар Рәсәй этнография музейы менән протоколға һәм Рәсәй фәндәр академияһының матди мәҙәниәт тарихы институты менән үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Билдәле булыуынса, быйыл Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге төҙөлә башланы.

- Республика биләмәһендә археологик объекттар күп. Бөгөнгө көндә уларҙы популярлаштырыуға һәм һаҡлауға күп иғтибар бүленә. Рәсәй Фәндәр академияһының матди мираҫ тарихы институты менән хеҙмәттәшлек был эште киңәйтергә мөмкинлек бирһә, Рәсәй этнография музейы менән үҙ-ара мөнәсәбәт Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу өсөн кәрәк. Беҙ элек тә бергә ниндәйҙер эштәр эшләй инек, хәҙер инде хеҙмәттәшлек юлы бер системаға һалынасаҡ. Был юҫыҡта, ғилми эш, тәжрибә уртаҡлашыу, фәнни әҙәбиәт, симпозиумдарҙан алып археологик ҡаҙыныуҙарға тиклем берлектә үткән саралар күҙ уңында тотола, – тине Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин.  

Ә инде Рәсәй этнография музейы директоры Юлия Купина  Башҡортостан менән уларҙы күптәнге дуҫлыҡ бәйләй, тип билдәләне.

 – Башҡортостан – беҙ күптән шөғөлләнгән биләмә. Уның буйынса иҫ киткес бай коллекциябыҙ бар. Үткән йыл “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә республиканың Милли музейында Башҡортостанда йыйылған экспозиция тәҡдим иттек. Был йәһәттән, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәр булдырғанбыҙ, тип әйтә алам. Бөгөн ҡул ҡуйған протокол – ул хеҙмәттәшлегебеҙҙең яңы кимәле, – тине ул.

Ә инде Евразия күсмә цивилизациялар музейы директоры Николай Григорьев:

– Евразия күсмә цивилизациялар музейы – төбәктең тарихи-мәҙәни мираҫын популярлаштырыу буйынса иң ҙур проект. Уны төҙөү өс этаптан тора: Турахан кәшәнәһе янында визит-үҙәк төҙөү, уны быйыл тамамлау планлаштырыла. Икенсе этап – проекттың һуңғы вариантын әҙерләү, унан һуң өсөнсөһө – 16 мең квадрат метр майҙанлы музей корпусын төҙөү башлана. Был - ярайһы уҡ ҡатмарлы архитектура проекты. Турахан кәшәнәһе урынлашҡан урын - евразия далаһының иң төньяҡ өлөшө. Шуға ла архитекторҙар музейҙы урындағы ландшафтҡа мөмкин тиклем күберәк ҡулайлаштырырға тырыша, ҡатмарлы ҡарарҙар ҡуллана. Визит-үҙәктә буласаҡ музей экспозицияһының бер аҙ өлгөһөн күрһәтәсәкбеҙ, ҡайһы бер идеяларҙы, ҡарарҙарҙы һынап ҡараясаҡбыҙ, йәғни уларҙы халыҡ нисек ҡабул итәсәк. Проект, хронологик яҡтан, аттың ҡулға эйәләштерелеү ваҡытынан алып урта быуаттар аҙағына тиклемге осорҙо үҙ эсенә аласаҡ, әммә дөйөм алғанда экспозицияны боҙлоҡ осоро тамамланғандан башларға кәрәк, йәғни тәбиғәт мөхите барлыҡҡа килеп кеше уға яраҡлашып, күсмә мәҙәниәт булдырған евразия далаһы барлыҡҡа килгән мәлдән. Эш шунда, Беҙ Башҡортостан һәм  Көньяҡ Урал тарихы тураһында ғына түгел, ә  дала континентының бөтә бүлектәрен үҙ эсенә алған экзпозиция булдырасаҡбыҙ. Шуға күрә төрлө өлкәләрҙән мөмкин тиклем күберәк белгестәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеүҙәр бәйләнештәрҙе яйға һалырға һәм буласаҡ музейҙың фәнни концепцияһын әҙерләүгә башҡа хеҙмәттәштәрҙе лә йәлеп итергә ярҙам итәсәк, – тине.

Әйткәндәй,  Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан Республикаһы көндәре эшлекле программаһы сиктәрендә, иҡтисади хеҙмәттәшлек, сәнәғәт, сауҙа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, туризм, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләренә ҡағылышлы 22 килешеүгә ҡул ҡуйылды.

 

Фотолар: Башҡортостандың конгресс-бюроһы.

Санкт-Петербург белгестәренән ярҙам
Санкт-Петербург белгестәренән ярҙам
Санкт-Петербург белгестәренән ярҙам
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас