

29 августа республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында ла "Йәштәргә – эш!" тигән вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо, айырыуса Өфөнөң "Торатау" конгресс-холындағы шундай сарала йәштәр күп ҡатнашты.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикабыҙҙа эшһеҙлек күрһәткесе ныҡ түбән.
– Башҡортостанда иҡтисад тармағы йылдам үҫешкән, үҙ сиратында, эшһеҙлектең күҙгә күренеп кәмеүе тап шуға бәйле лә инде, – тине Ленара Иванова. – Импортҡа алмаш күп предприятиеларға әүҙем рәүештә ҙур баҙарҙы яулауға йүнәлеш бирҙе. Ҡасандыр хыял да итмәгән йәмғиәттәр табыш килтереп эшләй, улар халыҡҡа күпләп эш урындары булдыра.
Был көндө 16 йәштән 35 йәшкә хәтлемге егет һәм ҡыҙҙарға "Башкирская электрическая компания", "Полиэф", "Гидравлика", "РН-Транспорт" йәмғиәттәре, "Озна" компаниялар төркөмө, республика кардиология үҙәге һәм башҡа ойошмалар эш тәҡдим итте.
Ленара Хәким ҡыҙы ҡайһы бер өлкәләргә талап ителгән эшселәрҙе лә телгә алды, был йүнәлештә уй-пландарҙы маҡсатлы тормошҡа ашырыуҙары тураһында һөйләне.
Фото: Илдар Аҡъюлов.