Йәмғиәт
29 Август 2023, 05:36

Ике яңғыҙ йөрәк бергә ҡушылған

Яҙмышын төпкөл ауыл менән бәйләгән

Гөлбикә Таштимерова 15 йыл элек яҙмыш ҡушыуы буйынса Алғаҙы ауылына килен булып төшә. Үҙе генә лә түгел, өс улын эйәртеп, ул өс балаһы менән яңғыҙ ҡалған Иҙрис Бирҙебәковтың өй тупһаһы аша атлап инә. Береһенән-береһе ваҡ балаларҙы тәрбиәләп үҫтереү бурысы икеләтә арта. Күптәр был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итә, бәғзеләр, “йәшәй алмаҫтар, балалары күп, өҫтәүенә алтыһы ла ир бала”, тип шик белдерә. 

Бәхеткә күрә, малайҙар изге күңелле ҡатынды яратып ҡабул итә. Өс йәшлек Илнур “әсәй!” тип йүгереп барып Гөлбикәнең итәгенә сат йәбешә һәм башҡаса ебәрмәй. Бөгөн иһә ул – XI класс уҡыусыһы. Ғаиләгә йәм-биҙәк өҫтәп, ике яңғыҙ йөрәкте бергә бәйләп, Йәнгүзәл донъяға килә. Бөгөн ул V класта белем ала.

– Тормош булғас, төрлө саҡтар була, ләкин беҙ ошо балалар хаҡына йәшәйбеҙ, – ти Гөлбикә Ҡотлоғужа ҡыҙы. – Аллаға шөкөр, бөтәһе лә уңыштары менән һөйөндөрә. Бөгөн улдарыбыҙ Дим, Радмир, Искәндәр өйләнеп, матур тормош көтә. Бер ейәнебеҙ, ике ейәнсәребеҙ бар. Дим Рязань хәрби һауа-десант училищеһында уҡып бөттө. Закир улыбыҙ ҙа – бөгөн шул уҡ уҡыу йорто курсанты. Сибай медицина колледжын тамамлаған улыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Хужабикә тормош юлы хаҡында ябай һәм еңел генә һөйләһә лә, уларға барыһы аша үтергә тура килә. Ете баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс, түҙемлек талап ителә. Бөгөн матур итеп донъя көтәләр, күпләп мал тоталар, гөрләтеп баҡса үҫтерәләр.

Гөлбикә Таштимерова Алғаҙыға килен булып төшкәндән алып фельдшер-акушер­ булып эшләй. Бөгөн ул 124 ауылда­шының ғүмере һәм һаулығы һағында тора. Ай һайын ауылға педиатр менән терапевт саҡырып, халыҡты ҡабул итеүҙе ойоштора. Фельдшер үҙе төрлө анализдар ала һәм Баймаҡҡа алып барып тапшыра.

Былтыр фельдшер-акушерлыҡ пунктына капиталь ремонт яһала. Иҙәне йылытыла, тәҙрә һәм ишектәре алмаштырыла, электр селтәре яңыртыла, һалҡын һәм йылы һыу индерелә, бәҙрәф эшләй. Электр энергияһы менән йылытылған бинала бөгөн эшләр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.

– Шуныһы ҡыҙғаныс: ауылда ҡарт-ҡоро ғына ҡалып бара. Һуңғы өс йылда бер генә бала донъяға килде, әле уға бер йәш тә тулмаған. 18 йәшкә тиклемге 33 бала бар. Мәктәпкәсә йәштәге алты баланың икәүһе баҡсаға йөрөй. Уҡыусылар Әбделкәримдә белем ала. Уларҙы мәктәп автобусы йөрөтә, – ти Гөлбикә Ҡотлоғужа ҡыҙы.

Балалар хаҡына яҙмышын төпкөл ауыл менән бәйләгән ҡатынға ҡарап һоҡланырға ғына ҡала.


Лилиә ТАКАЕВА

Читайте нас