+20 °С
Болотло


Арабыҙҙа һоҡланғыс кешеләр бар. Уларҙың береһе – ғәжәйеп һоҡланғыс яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев.
“Беҙ тағы Эльбруста. Был юлы яңғыҙым түгел, үҙемдең Индирам менән. Беҙгә уңыштар теләгеҙ”, - тип яҙған ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
“Һеҙҙең мөхәббәтегеҙ тураһында легендалар яҙасаҡтар”, - тип яҙғандар Рөстәм Нәбиев ҡуйған фотоларҙың береһенең аҫтына.
Ысынлап та, һоҡланғыс ғаилә. Һоҡланғыс замандашыбыҙ. Бары уңыштар юлдаш булһын уға!
Фотолар: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.