

2023 йылдың тәүге яртыһында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә килгән мөрәжәғәттәрен ҡарау тураһында МӘҒЛҮМӘТ
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандар һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эш (артабан – граждандар мөрәжәғәттәре, Аппарат) "Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында"ғы Федераль законға, "Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу буйынса ҡулланмаға ярашлы алып барыла.
Граждандар өсөн уларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһындағы кәрәкле мәғлүмәт Интернет селтәрендәге (http:/www.pravitelstvorb.ru) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми порталында урынлаштырылған (артабан – Хөкүмәт). Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт регламенты, граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе анализлау, контакт реквизиттары, шулай уҡ Хөкүмәттең Интернет-мөрәжәғәт формаһы менән таныша ала.
Отчет осоронда Хөкүмәткә 5427 мөрәжәғәт килгән, улар мөрәжәғәттәрҙә ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү компетенцияһы буйынса ебәрелгән:
Бынан тыш, дәүләт власы органдарынан граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре буйынса 344 мәғлүмәт һорауы килгән.
2023 йылдың тәүге яртыһында килгән мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан (5427) авторҙар 6212 һорау биргән, уларҙың:
Башҡортостан Республикаһы халҡы түбәндәге йүнәлештәр буйынса йышыраҡ һорау бирә:
Мөрәжәғәттәрҙең территориаль структураһын өйрәнеү уларҙың дөйөм һанынан төп ағым Өфө ҡалаһы халҡынан (2013 мөрәжәғәт), Стәрлетамаҡтан (325), Нефтекаманан (124), Салауаттан (109), Октябрьскийҙан (88), шулай уҡ Өфө районынан (202 мөрәжәғәт), Мәләүездән ( 117), Белореттан (97), Иглиндан (96), Ишембайҙан (90), Стәрлетамаҡтан (70), Туймазынан (64), Благовещендан (60), Шишмә районынан (55) килеүен күрһәтә.
Граждандарҙың телдән һәм яҙма мөрәжәғәттәре менән эште тейешле ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән Интернет селтәрендәге (http:/www.pravitelstvorb.ru) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми порталында ағымдағы йылға республика башҡарма власть органдары етәкселәренең граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы урынлаштырылған.
Отчет осоронда Хөкүмәттең вазифалы кешеләре 36 ҡабул итеү үткәргән, унда 59 кеше ҡабул ителгән.
Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәре 55 күсмә ҡабул итеү ойошторған һәм үткәргән, унда 225 кеше ҡабул ителгән.
Фото: iiv.uz