

1 сентябрь алдынан “Диалог” һәм “Диалог-Төбәктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма проекты булған “Вебер” социологик агентлығы мәктәп темаһына онлайн-социология мәғлүмәттәрен анализлаған. Аналитикала “Вебер” белгестәре классик алым менән бер рәттән заманса һанлы технологияларҙы файҙаланған.
Онлайн һорау алыуҙарҙа төрлө йәштәге Рәсәй халҡы ҡатнашҡан. Һорауҙарҙың береһе буласаҡ һөнәр тураһындағы мәктәп хыялына арналған. “Вебер” мәғлүмәттәре буйынса, рәсәйҙәрҙең 14%-ы уҡытыусы һәм тәрбиәсе булырға хыялланған. Улар араһында һәр бишенсе (21%) хыялын тормошҡа ашырып, уҡытыусы булған. Табиптар 10% булыр тип күҙалланған, уларҙың 8%-ы ошо юлдан киткән. Тыуған илде һаҡларға теләге булғандар - 5%, ә осоусы, космонавт һәм полицейский һөнәрҙәре тураһында респонденттарҙың 2-шәр проценты хыялланған. Рәсәйҙәрҙең 62 проценты уңышлы карьера төҙөү яҡшы билдәләргә бәйле түгел, тип яуап биргән.
Мәктәптәге ғашиҡ булыу тураһындағы һорауға яуап биреүселәрҙең 72 проценты мәктәптә ошо тойғоно кисереүен әйткән. Ләкин уны ғүмере буйы күңелдәрендә һаҡлауға өлгәшкәндәр бик аҙ икән.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.