

Ветеринарҙарҙы бер һорау ҙа бирмәйенсә диагноз ҡуйған табип тип атайҙар. Мал табибы тип тә йөрөтәләр. Ауылда ла, ҡалала ла иң кәрәкле белгес ул ветеринар. Шундайҙарҙың береһе, ҡырҡ йыл буйы малдарҙы һәм йорт хайуандарын дауалаған билдәле ветеринар Ғәлинур Ҡунаҡаев менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында һуғыш ветераны ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә Ғәлинур. Биш балалы ҙур ғаиләнең башлығы Ғаяз Закуан улы оҙаҡ йылдар почта бүлексәһе начальнигы була, һуңынан Иҫке Муса ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе итеп ҡуялар. Пенсияға сыҡҡас та тынғыһыҙ Ҡунаҡаев эш ташламай: “Бүләк” колхозы профкомы рәйесе вазифаһында хеҙмәт итә.
Биш баланы табып, ире менән бергәләп уларға тәрбиә биреп, кеше иткән әсәй ҙә һоҡланыуға лайыҡ ханым ине. Наилә Закир ҡыҙы донъяһын да көтә, мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы ла булып эшләй. Ҙур ғаиләлә балалар иртә ҡул араһына керә. Һыу ташыу, утын ярыу, мал ашатыу, ҡаҙ көтөү, баҡса ҡарау кеүек эштәр менән булалар. Һәйбәт уҡырға ла өлгөрәләр.
Урта мәктәпте тамамлап, һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, Ғәлинур ветеринарлыҡты һайлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙерге Башҡортостан дәүләт аграр университеты) ветеринария факультетына инә. 1983 йылда дипломлы белгес тыуған ауылына, “Бүләк” колхозына, ҡайта. Бында дүрт йыл эшләй ул. Колхоздың ветеринары, шунан баш ветеринары була.
Бер заман Мәләүезгә туғандарына ҡунаҡҡа бара. Шунда Ләлә исемле бер ҡыҙҙы осратып, мөкиббән ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешә. Ғәлинур Ғаяз улы Мәләүезгә күсеп килә. Уға эш тиҙ табыла – Мәжит Ғафури исемендәге ҙур хужалыҡҡа ветеринар итеп ҡуйыла. Был колхоз малсылыҡ менән дан тота. Һыйыр малы ғына ла унда 7 мең баш иҫәпләнә. Ғәлинур Ғаяз улы өсөн ҙәр тәжрибә мәктәбә лә була был колхозда үткән йылдар.
Ҡунаҡаевтар Мәләүездә төпләнә. Ике балалары донъяға килә – ҡыҙҙары Диана менән улдары Динар. Мәләүездә туғыҙ йыл йәшәгәс ғаилә Өфөгә күсергә ниәт итә. Балаларға төплө белем биреү яғын да уйлағандыр ата-әсә. 1996 йылда был ниәт тормошҡа аша. Тәжрибәле Ғәлинур Ғаяз улы Өфө районы ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ә дүрт йылдан Башҡортостан Ветеринария идаралығына төп табип булып күсә, шунан бүлек начальнигы урынбаҫары итеп ҡуйыла.
2007 йылда яңы вазифа тәжрибәле белгесте Ҡырмыҫҡалы яҡтарына юлландыра. Ҡунаҡаевты Ҡырмыҫҡалы ветеринария хеҙмәте начальнигы һәм райондың баш дәүләт ветеринария инспекторы итеп ҡуялар.
Ауылда ла, ҡалала ла, хужалыҡтарҙа ла, идаралыҡтарҙа ла ҙур тәжрибә туплаған белгес эште һөҙөмтәле ойоштороу өсөн ниҙәр кәрәклеген яҡшы күҙаллай. Дәртләнеп эшкә тотона. Ветеринария станцияһының һәм лабораторияның матди базаһы нығытыла. Кәртәләр яңыртыла, ҡыйыҡты яңыртып ябалар, гараждарҙы ремонтлайҙар, йылыталар. Иҫке ҡаҙанлыҡты ваҡ йәнлектәр ҡабул итеү бүлеге итеп үҙгәртеп ҡоралар.
Әлеге көндә район ветеринария хеҙмәте ҡарамағындағы ике ветеринария-санитария экспертизаһы лабораторияһы, алты яһалма ҡасырыу пункты, дүрт ветеринария дауаханаһы, дүрт ветеринария участкаһы бөтә кәрәк йыһаздар менән тәьмин ителгән. Дауаханаларҙың үҙ автотранспорты бар. Махсус ҡоролмаларҙы даими яңырталар. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа алынғандарҙан Комаровтың дезинфекциялау ҡоролмаһы (ДУК) тигән агрегат ветеринария хеҙмәттәре өсөн иң кәрәклеләрҙән һанала. Ул урын-ерҙе, мал зыяраттарын, малсылыҡ комплекстары территорияларын, ит продукцияһы эшкәртеү цехтарын зарарһыҙландырыу өсөн ҡулланыла. Бешмә, туляремия, себер түләмәһе кеүек йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмау, ҡоротҡостарҙы, паразиттарҙы, сысҡан, һуҡыр сысҡан ише зыянлы йәнлектәрҙе юҡ итеүҙә файҙаланыла торған был агрегат ярҙамында зарарһыҙландырыусы иретмәләр һиптерәләр. Ә Ветеринария идаралығы аша алынған ике дана эҫе томан агрегаты мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында, күп фатирлы йорттарҙа, административ биналарҙа дезинфекция сараларын сифатлы эшкәртеү мөмкинлеген биргән.
Ветеринария станцияһы халыҡтың именлеген һаҡлау өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Уның хеҙмәткәрҙәре йоғошло һәм йоғошһоҙ мал ауырыуҙары таралмаһын өсөн яуаплы. Малсылыҡ продукцияһының хәүефһеҙлеген контролдә тоталар. Йыл һайын йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы 800 мең самаһы вакцина һалалар, малдарҙы һәм йорт хайуандарын паразиттарға ҡаршы эшкәртеү һаны 140 меңдән аша, йылына 40 меңләп тапҡыр мал-тыуарға туберкулезға тикшереү үткәрәләр.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлинур Ҡунаҡаев етәкселегендәге Ҡырмыҫҡалы ветеринария хеҙмәтендә 40-ҡа яҡын кеше эшләй. “Коллектив белемле, ваҡыт һынауы үткән белгестәрҙән тора. Беҙҙә осраҡлы кешеләр юҡ. Тормошон был ҡатмарлы, яуаплы тармаҡ менән бәйләгән һәр кем ветеринария белгесе һөнәренә йөрәге ҡушыуы буйынса һәм ҙур теләк менән килгән, – ти етәксе. – Үҙең генә эшләп булмай. Көслө, эшлекле команда булһа ғына эш алға бара”.
Райондың ветеринария учреждениеларында – 20 ветеринария табибы, 12 ветфельдшер, 3 ветсанитар, ветеринария хеҙмәте производствоһында 16 белгес эшләй.
Ғәлинур Ғаяз улы хеҙмәткәрҙәрҙең белемен даими камиллаштырыу, заманса ҡорамалдар алыу, яңы программаларҙы үҙләштереү, эш шарттарын яҡшыртыу һәм башҡа күп төрлө мәсьәләләрҙе йылдан-йылға уңышлы хәл итә килә. Баҙар шарттарының яңынан-яңы талаптарына яуап бирергә кәрәк, шуға ветеринарҙар яңы белемдәр үҙләштерергә, оҫталығын арттырырға бурыслы.
Ҡырмыҫҡалы ветеринария хеҙмәте төрлө күрһәткестәр буйынса республикала тәүге урындарҙы яулай. Мәҫәлән, матди-техник нигеҙҙе нығытыу, хеҙмәт хаҡы буйынса күрһәткестәр – республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Прибельский участкаһы, әйтәйек, бер йылды “Республикала иң яҡшы ветеринария учреждениеһы” тигән номинацияла еңеү яулап, автомобиль менән дә бүләкләнгән.
Ғәлинур Ҡунаҡаевтың оҙаҡ йылдар буйы тармаҡҡа индергән тырыш хеҙмәтен, Ҡырмыҫҡалы ветеринарияһын яңы бейеклеккә күтәргәнен етәкселәр ҙә күрә. Быйыл 20 июлдә уға “Рәсәйҙең атҡаҙанған ветеринар табибы” тигән юғары исем бирелде.
Былтыр бер бинала Республика ветеринария музейы асыла. БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин нәҡ Ҡырмыҫҡалы ветеринария хеҙмәте нигеҙендә республика музейын булдырырға тәҡдим иткән икән, был да ҡаҙаныштарҙың юғары баһаланыуы билдәһе булып тора. Музейға бөтә республиканан экспонаттар, тарихи материалдар, китаптар, йыһаздар килтерелгән. ХХ быуат башындағы мал табиптары ҡулланған һирәк ҡорамалдар, документтар, фотоһүрәттәр ҡуйылған.
- Гөлсирә СӘХИЕВА

